Сибай егете, бөтә донъяға танылған кикбоксер Азамат Мусин Екатеренбург ҡалаһында үткән “Fair Fight” X кикбоксинг буйынса турнирында Рәсәй данын яҡлап, Белоруссия вәкиле Олег Лихтарович менән көс һынашып, еңеүсе исемен яуланы. Был – профессиональ рингта Азаматтың тәүге сығышы һәм иҫ киткес матур дебют!
Донъяның төрлө илдәрендәге спорт майҙанында Сибай егете Башҡортостан һәм Рәсәй данын яҡлай. Ул халыҡ-ара класлы спорт мастеры булыуы менән дә маҡтауға лайыҡ. Бер нисә тапҡыр Европа, әллә күпме Рәсәй чемпионы исеменә лайыҡ спортсының тренеры – Хәлит Хибатуллин.
Афарин, Азамат! Артабан да оло еңеүҙәр юлдаш булһын!