Йәмғиәт
28 Октября 2019, 13:37

Эх, бар талаптар үтәлһә, был хәл булмаҫ ине...

Тракторсы был ҡазаға нилектән юлыҡҡан?

Фото: Youtube.com.Фото: Youtube.com.
Фото: Youtube.com.
Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт инспекцияһы Борай районының Ленин исемендәге ауыл хужалығы предприятиеһында 52 йәшлек тракторсының ауыр тән йәрәхәттәрен алыу сәбәптәрен тикшергән.


9 сентябрҙә ауыл хужалығы предприятиеһы хеҙмәткәре, сенаж йыйғанда, эш урынында ҡазалана. Ир, двигателен һүндермәйенсә, кабинанан сыҡҡан һәм, комбайнды урап, агрегат механизмын ҡарау өсөн аккумулятор батареяһы йәшнигенә күтәрелгән. Ир, төҙөкһөҙлөктө күргәс, һикерергә теләгән, тик уң аяғы привод валы менән шкиф араһына ҡыҫылған.


Ҡысҡырған тауышҡа водителдең ярҙамсыһы йүгереп килгән һәм ул зыян күргән кешегә беренсе медицина ярҙамын күрһәткән, “ашығыс ярҙам” машинаһы саҡырған.


Тикшереү барышында комбайн конструкцияһы элементтарының әйләнеп торған хәүефле өлөшөндә һаҡ ҡоролмаларының юҡлығы фажиғәгә килтереүе асыҡланған. Бынан тыш, предприятиела машина-механизмдарҙың төҙөк булыу-булмауы контролгә алынмаған. Комбайнсы ла двигателдең төҙөклөгөн алдан ҡарарға тейеш булған.


Ойошмала Хеҙмәт һағына идара итеү системаһы положениеһының, смена, рейс алдынан тракторсыларҙы, водителдәрҙе медицина тикшереүенең юҡлығы асыҡланған.


Шулай итеп, хеҙмәтте һаҡлау талаптарын боҙған етәксе 205 мең һум күләмендә штраф түләйәсәк.
Читайте нас