Баш ҡалала полиция хеҙмәткәрҙәренә 30 йәшлек эшҡыуар мөрәжәғәт иткән. Белдереүенсә, билдәһеҙ уғрылар пляждағы кафеһының ишеген емереп ингән һәм 13 кальян, тәмәке, электрогриль, ҡиммәтле музыка ҡоролмалдарын, аҙыҡ-түлек урлаған.
Килтерелгән зыян хаҡы 500 мең һумлыҡ тип билдәләнгән. Ваҡиға урынына оператив төркөм ебәрелгән.
Тикшереү эштәре барышында полиция лейтенанты, участковый Артур Милләтов урланған әйберҙәрҙең береһен табыуға өлгәшкән. Ошо табыш уға уғрының эҙенә төшөргә ярҙам иткән. Баҡһаң, шик аҫтына алыныусы 24 йәшлек ир быға тиклем ошо кафела эшләгән, ул ғәйебен өлөшләтә таныған, урланған әйберҙәрҙе ҡайҙа иткәнен һөйләп биргән. Егет әйтеүенсә, уның кафе хужаһына үпкәһе булған, йәнәһе, ул эш хаҡын вәғәҙә иткән тиклем түләмәгән.
Полиция хеҙмәткәрҙәре әлеге ваҡытта ошо уҡ кафела эшләгән икенсе хеҙмәткәрҙәрҙе тикшерә, уның был осраҡҡа ҡағылышы булыу-булмауын асыҡлай. Енәйәт эше ҡуҙғатылған, урланған әйберҙәр өлөшләтә ҡайтарылған.