Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Октябрь 2019, 21:02

Киске табынға – “Нур” салаты

Был салатты әҙерләү бик тиҙ һәм еңел. Эштән ҡайтҡас та йәһәт кенә эшләп ашарға була. Ингридиенттар ҙа күп кәрәкмәй. Әйҙәгеҙ, башланыҡ! Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: Youtube.com
Фото: Youtube.com
Был салатты әҙерләү бик тиҙ һәм еңел. Эштән ҡайтҡас та йәһәт кенә эшләп ашарға була. Ингридиенттар ҙа күп кәрәкмәй. Әйҙәгеҙ, башланыҡ! Ашығыҙ тәмле булһын!
Салатты әҙерләү өсөн бер банка консерваланған аҡ борсаҡ, бешерелгән дүрт йомортҡа, ике йәшел ҡыяр, салат япрағы (ҡытай кәбеҫтәһе), майонез, тоҙ, борос алабыҙ.
Башта салат япрағын арҡырыға киҫәбеҙ. Йомортҡаны, ҡыярҙы шаҡмаҡлап турайбыҙ. Борсаҡ, тоҙ, борос һалып, майонез менән бутайбыҙ.
Бына инде “Нур” салаты әҙер ҙә булды. Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас