Йәмғиәт
28 Октября 2019, 14:59

Үлемесле авария урынынан һыпырта...

Шаһиттар белдереүенсә, водитель авария урынында хатта туҡтап та тормаған.

Фото: ufa1.ruФото: ufa1.ru
Фото: ufa1.ru
Стәрлетамаҡ ҡалаһында үлемесле авария теркәлгән, унда урындағы бер ир һәләк булған. Шуныһы үкенесле: ярҙам итәһе урынға "Лада-Калина" автомобиле водителе юл-транспорт ваҡиғаһы урынынан тиҙ генә һыпырта. Шаһиттар белдереүенсә, водитель авария урынында хатта туҡтап та тормаған.


Асыҡланыуынса, кисә төнгө сәғәт 10-сы яртыла ҡаланың Артем урамы, 140-сы һанлы йортҡа яҡын ерҙә, йәйәүле юл аша сығырға уйлай, әммә "Лада-Калина" автомобиленә идара иткән водитель ирҙе төкөй һәм авария урынынан ҡаса. Ауыр тән йәрәхәттәре алған 52 йәшлек ир урында уҡ йән бирә.


Юл-транспорт ваҡиғаһынан һуң аҡ төҫтәге еңел автомобилде полиция хеҙмәткәрҙәре эҙләүгә иғлан итә һәм уны табалар. Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре водителдең иҫерек булыуын һәм автомобиль менән 36 йәшлек Ишембай районы кешеһе идара итеүен асыҡлаған. Әле аварияның сәбәптәре асыҡлана.
Читайте нас