Ә һеҙ бөгөн ҡәйнә көнө икәнлеген беләһегеҙме? Был байрам сағыштырмаса яңыраҡ билдәләнә башлаһа ла, халыҡ уны яйлап белә башланы. Октябрҙең һәр дүртенсе йәкшәмбеһе билдәләнә был көн.
Һәйбәт ҡәйнә икенсе әсәй кеүек. Серҙәшеңә, ярҙамсыңа, дуҫыңа әйләнә ул. Ә инде балаларыңа яҡшы өләсәй булып, был яҡтан да йәштәргә ярҙам итеп торһа, ул алтынға бәрәбәр була.
Шөкөр, мин ҡәйнәмдән уңдым. Һәр саҡ ярҙам итергә әҙер, ейәндәре тип үлергә әҙер, арабыҙға ла ҡыҫылмай. Тик бына күптәр уңмай бейемдәренән. Бер әхирәтем тап ҡәйнәһе арҡаһында айырылышты, мәҫәлән. Ғөмүмән, ҡәйнә-килен, ҡәйнә-кейәү мөнәсәбәттәре тураһында күпме лаҡаптар йөрөй, көләмәстәр яҙылған. Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәлдәр күп осрап тора. Ә бөгөн һеҙгә бер танышымдың ысын хәлен бәйән итмәксемен. Ғәйбәт түгел, ғибрәт булһын тигәндәй...
Айгөл дә тәүҙә ҡәйнәһенән бик уңдым тип уйлай ине. Ул танышымды ғаиләгә киң ҡолас менән ҡаршы ала. Йәштәрҙең йәшәр урыны булмағас, уларҙы үҙ өйөнә ҡабул итте. Өс бүлмәле иркен фатирҙа һәр кемгә урын етте. Күптәр Айгөлгә ҡәйнә менән бергә йәшәү мөнәсәбәттәрҙе боҙасаҡ тип ҡурҡытһа ла, барыһы ла яҡшы булды. Аҡыллы ҡәйнә килененә хужабикә булырға рөхсәт итте, аш-һыу бүлмәһендә уға ҡыҫылманы, ярҙам кәрәкһә, баш тартманы. Биш йыл бик татыу йәшәгәндән һуң Айгөл ауырға ҡалды. Буласаҡ сабыйға өсөһө лә ихлас ҡыуанды, айырыуса пенсияла өйҙә ултырған ҡәйнә шатланды. Йәштәрҙән дә нығыраҡ көтә башланы бәпесте.
Ә бына туптай малай тыуғас, проблемалар башланды. Ҡәйнә тәүге көндән сабыйҙың янынан бөтөнләй китмәне.
Төндә уянһа ла, иң беренсе янына ул йүгерҙе, уңайы сыҡҡан һайын бәпесте ҡулына алды. Йәш әсә балаһын операция ярҙамында тапҡас, тәүҙә бик хәлһеҙ ине. Шуға ярҙам өсөн ҡәйнәһенә бик рәхмәтле булды. Ә бына нығына башлағас, балаһын үҙенең ҡарағыһы килһә лә, ҡәйнәһе улын теләкһеҙ генә биреүен тойоп аптыраны. Айгөлдөң түш һөтө менән дә тәүҙә проблема булып, бер аҙ яһалма һөт имеҙҙеләр, тик яйлап малайҙы түшенә күсерҙе. Тап ошо саҡта ҡәйнәһе бөтөнләй ҡырағай ҡылана башланы. Бер көн өйөнә ҡайтып, уның бәпескә түшен ҡаптырырға тырышҡанын күреп һушы китте Айгөлдөң.
“Мин улымды түш менән ныҡлап имеҙә лә алманым, ауыр ваҡыт булғас, уны әсәйемә ҡалдырып эшкә сыҡтым. Үҙемдең әсәлек бурысын шул ваҡытта тулыһынса үтәй алманым, ейәнем менән был мөмкинлектән мәхрүм итмә мине”, – тип шаҡ ҡатыра.
Килененә әллә ниндәй хәбәрҙәр һөйләп күндерергә маташа. Имеш, оҙағыраҡ түшен бирһә, һөт төшәсәк, медицинала бындай осраҡтар йыш осрай. "Ә һин, йәш кеше, эшкә сыҡ, кеше араһында йөрө, өйҙә ятма", – тип тә ебәрә.
Ҡыҫҡаһы, Айгөл ире һәм балаһы менән уның өйөнән сығып китеп, ҡуртымға фатир алырға мәжбүр була. Танышымдың бер ҙә ҡәйнәһе менән бәпес бүлешергә теләге булмай шул. Әлдә ире уны аңлай.
Ҡәйнә бик үпкәләһә лә, әҙерәк ваҡыт үткәс, уларға кире килә башлай. Тик Айгөл улын уның менән яңғыҙ ҡалдырмай. Йәштәрҙе әбекәй үҙе янына бик саҡыра. Бәлки, малай үҫкәс, барырҙар ҙа, кем белә. Ни тиһәң дә, өләсәй ҙә кәрәк бит сабыйға...