Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Октябрь 2019, 21:28

Малышева ауырыған. Хәҙер фекерен үҙгәртерме?

Халыҡ араһында уға күптәр асыулы...

Фото: ok.ru
Фото: ok.ru
Билдәле алып барыусы Елена Малышева, пенсияға сығыу йәшен 67-гә тиклем күтәрергә кәрәк, тип сығыш яһай.


Йәнәһе лә, медицина өлкәһендә ғалимдарҙың асыштары күп, хәҙер төрлө вакциналар, антибиотиктар, йөрәк аспирины, холестеринды төшөрә торған препараттар ярҙамында ғүмер оҙайлығы артты, пенсия осоро 30-40 йыл тәшкил итә. Шуға ла халыҡ пенсияла эшһеҙ йонсомаһын өсөн, беренсе сиратта пенсия йәшен мотлаҡ күтәрергә кәрәк, тип белдерҙе Малышева.
Әммә үҙе ошо көндәрҙә, ҡан баҫымы күтәрелеп дауаханаға эләгеүен видеоға төшөрөп, бар ғаләмгә таратты. Бынан һуң 58 йәшлек Малышеваға һорауҙар күбәйҙе. Уның үрҙәге сығышынан ризаһыҙҙар социаль селтәрҙәрҙә күп кенә асыулы фекерен белдерҙе.
Читайте нас