Һигеҙ хеҙмәттәшен атып үлтергән Рәмил Шәмсетдинов хаҡында бөтә халыҡ бына нисәнсе көн инде һөйләй. Йәшерен-батырын түгел: һәр береһе тиерлек егетте йәлләй.
Уның фотоһына ҡарап, бала ғына бит әле, үҙен әрәм итте, тиккә генә ундай аҙымға барырға мәжбүр булмағандыр, тигән ҡараш белдерәләр. Уны яҡлап ҡултамғалар, аҡса йыялар, ярлыҡауҙарына өмөтләнәләр.
Адвокат Станислав Соловьев фекеренсә, егеткә хөкөм итеү ваҡытын ике йылға тиклем ҡалдырып, язаны йомшартыуҙары ихтимал. Ул егетте судта бушлай яҡларға әҙер булыуын белдерә.
"Бөтәһе дә Шәмсетдиновтың психиатрия экспертизаһы һөҙөмтәләренән торасаҡ. Шулай уҡ хеҙмәттәштәренең уға ҡарата ниндәй мөнәсәбәттә булыуын асыҡларға кәрәк. Әгәр һалдат был аҙымға аффект хәлендә барыуын иҫбатлаһалар, хөкөм язаһы ныҡ йомшарасаҡ. Бөтәһе лә суд ҡарамағында, әлбиттә, ике йыл биреүҙәре лә ихтимал", – ти Соловьев.
Төмән йәмәғәтсеһе Андрей Шуклин, киреһенсә, былар Шәмсетдиновҡа ярҙам итә алмаясаҡ тип иҫәпләй. "Әгәр бер генә хеҙмәттәшен яралаһа, проблема башҡасараҡ булыр ине. Бында һигеҙ кеше үлгән. Бөтә таныш эксперттар егеткә ғүмерлек төрмә янай тип белдерә", – ти ул.
Ә һеҙ, дуҫтар, нисек уйлайһығыҙ?