Сибайҙа йәшәгән ир кеше сит илгә командировкаға йыйынған, тик уны Рәсәйҙән сығармағандар. Баҡтиһәң, һалым буйынса 200 мең һум бурысы йыйылған икән.
Ваҡытында түләмәгәс, суд приставтары аҡсаны бурыслының иҫәбенән алырға тигән ҡарар сығарған. Әммә иҫәпкә аҡса күсмәгәс, улар мөлкәтен ҡулға алып, сит илгә сығыуҙы тыйған. Сираттағы командировкаға барырға кәрәк булғас, ир, сикләүҙәрҙе алығыҙ, тип хоҡуҡ һаҡлау органдарына шылтыратып ҡарай, унда ла тәүҙә бурысты ҡаплау мотлаҡ тигән яуап ала. Ахырҙа, уға бурысты ла, өҫтәп тағы 15 мең штраф та түләргә тура килә.
Юҡҡа ғына, һалымыңды түлә лә тыныс йоҡла, тип әйтмәйҙәр шул. Һәр нәмәне ваҡытында атҡарыу зарур. Әйткәндәй, ә һеҙ һалымығыҙҙы түләнегеҙме?