Йәмғиәт
28 Октябрь 2019, 18:01

Волга буйында кем иң гүзәле?

Яҡташыбыҙҙы ҡиммәтле бүләктәр, 300 мең һумлыҡ сертификат, затлы биҙәүестәр биреп тәбрикләгәндәр.

Фото: News.BashФото: News.Bash
Фото: News.Bash
Эльмира Шәйехова Волга буйында иң сибәр ҡыҙ булып танылды.
Ул “Волга буйы ынйылары-2019” республика матурлыҡ конкурсында ҡатнашып еңеү яулаған, гүзәл ҡыҙ Өфө ҡалаһы өсөн сығыш яһаған. Сараның финалы Ҡазанда үткән.
Эльмира – Дүртөйлөнән, уға 20 йәш. Оҙон сәсле һылыу ҡыҙ шулай уҡ “Мисс Башҡортостан-2018”, “Өфө гүзәле-2017” титулдарына эйә, “Иң яҡшы милли костюм” Бөтә Рәсәй конкурсында гран-при алған, Ҡытайҙа үткән “Планета туризмы-2018” халыҡ-ара бәйгеһендә еңеп сыҡҡан.
Волга буйының иң гүзәл һылыуын ҡиммәтле бүләктәр, 300 мең һумлыҡ сертификат, затлы биҙәүестәр менән тәбрикләгәндәр.
Читайте нас