Йәмғиәт
29 Октября 2019, 11:15

11 айлыҡ сабый астан үлгән

Ҡот осҡос хәл: республикабыҙға терәлеп кенә тиерлек ятҡан Златоуст ҡалаһында 11 айлыҡ ҡына сабый астан үлгән.

«Плохие новости» төркөмөнән.«Плохие новости» төркөмөнән.
«Плохие новости» төркөмөнән.
Ҡот осҡос хәл: республикабыҙға терәлеп кенә тиерлек ятҡан Златоуст ҡалаһында 11 айлыҡ ҡына сабый астан үлгән.
21 октябрҙә әсәһе Ольга Базарова оло малайын эйәртеп сығып китә, 3 йәшлек ҡыҙы һәм 11 айлыҡ ҡына улы өйҙә ҡала. Йөрәкһеҙ ҡатын ике көн үткәс кенә ҡайта. Был ваҡытҡа 11 айлыҡ сабыйы мәрхүм була. Ҡатын күп уйлап тормай, иҫән ҡалғанын алып яңынан сығып китә.
Йома көндә, 25 октябрҙә өләсәләре ҡыҙын, өс ейәнен күрәйем тип килһә, иҫе китә, өйҙә - сабыйҙың үле кәүҙәһе… Ул полицияға хәбәр итә. Тикшергәндән һуң баланың астан үлеүе билдәле була.
Күрше-тирәһе менән дә был ғаилә аралашмаған. Ҡысҡырыш, иреш тауыштары ғына ишетелә ине, тип белдергән күршеләре. Битараф түгелдәр хатта бәлиғ булмағандар комиссияһына ялыу менән дә мөрәжәғәт иткән булған.
Әле улы менән ҡыҙын реабилитация үҙәгенә урынлаштырғандар, әсәләренә килеп күреп йөрөргә мөмкин тип хәбәр ителгән. Аҡылы һау, йөрәге бар әсәй ундай аҙымға бармаҫ…
Савелийға 26 октябрҙә 1 йәш тулған булыр ине…
Читайте нас