Өфөлә журналистар араһында уҙғарылған “Алтын ҡурай” халыҡ-ара фестиваленә йомғаҡ яһалды. Еңеүселәрҙе тәбрикләү Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында үтте. Бәйге Башҡортостандың 100 йыллығына һәм халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналды.
“Республикабыҙҙы бар донъяға танытҡандары өсөн рәхмәт”
“Алтын ҡурай”ҙың тамырҙары бынан ике йыл элек үткән “Бөтә Рәсәй” XXI Журналистар фестиваленә барып тоташа. Төркиә, Чехия, Азербайжан, Татарстан, Яҡут, Дағстан, Мордва, Хакасия республикалары, Свердловск, Брянск өлкәләренән, Красноярск крайынан килгән эштәрҙе баһалау өсөн комиссия етәксеһе итеп Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев тәғәйенләнгән.
Владимир Геннадьевич фестивалдең үҙенән тыш, Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейы уңайынан ойошторолған сараларҙа ҡатнашты: Нестеров исемендәге музейҙа әҙиптең тормошона һәм ижад юлына арналған “Мостай менән осрашыу” исемле фотокүргәҙмәне ҡараны, Мостай Кәримдең яҡындары менән аралашты, шәхестең һәйкәленә сәскәләр һалды.
Милли йәштәр театры оло тантана, ижади осрашыуҙар майҙанына әүерелгәйне: сара башланыр алдынан Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте төрлө китаптар, иҫтәлекле бүләктәр уйнатты, Рәсәйҙең генә түгел, унан ситтәге төрлө илдәрҙән килгән журналистар бер-береһенән тыш, Владимир Соловьев менән дә күрешеп һөйләшеү мөмкинлегенә эйә ине.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров исеменән йыйылған ҡунаҡтарҙы, еңеүсе журналистарҙы Башҡортостан Башлығының матбуғат секретары Фәнүр Йәғәфәров сәләмләне.
“Был һоҡланғыс бәйгенең ойоштороусыларына, һәләтле журналистарға, публицистарға, сағыу һүҙ оҫталарына күп милләтле, йолаларға бай Башҡортостандың үҫешенә оло өлөш индергәндәре, республикабыҙҙы, уның үҙенсәлекле тәбиғәтен, тарихын, мәҙәниәтен бар донъяға танытҡандары өсөн оло рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә”, – ти Башлыҡ “Алтын ҡурай”ға юллаған хатында. Ул шулай уҡ Мостай Кәримдең үҙ ижады менән тыуған еренә мәңгелек һәйкәл ҡуйыуын билдәләп үтте.
Ҡурайҙа – ете таж, ә “Алтын ҡурай”ҙа – ете номинация
Уларҙың барыһы ла Мостай Кәримдең шиғыр юлдары менән исемләнгән.
“Еремдән уңдым” номинацияһында өсөнсө урынға – Башҡортостандан Ләйлә Аралбаева (“Төрксой” журналы), икенсегә – Чехияла йәшәүсе Миләүшә Годбодь, беренсе урынға Азербайжандан “Тунгус” әҙәби журналы хеҙмәткәре Тарана Мамедова лайыҡ. Исемдәренән үк күренеп тороуынса, был номинацияға тәҡдим ителгән эштәр Башҡортостан, халҡыбыҙҙың милли үҙенсәлектәре хаҡында һөйләй.
Нурия Иҡсанова (“Уралым” Силәбе башҡорттары гәзите, өлкә телевидениеһы, Силәбе башҡорттары ҡоролтайы интернет-сайты), “Башҡортостан” дәүләт телерадио компанияһынан Елена Сергусина, “Чуйские зори” Алтай гәзитенән Роман Молчоев “Бер йыр йырланған... Әсәйем йырлаған уны” номинацияһын алды. Был бүлеккә килгән эштәр, ғаилә ҡиммәттәренән тыш, Башҡортостан һәм күрше өлкәләрҙең үҙ-ара дуҫлығына, Мостай Кәримдең ижадын яҡтыртыуға ла арналған.
Киләһе номинацияның географияһы Башҡортостанды ғына түгел, Мордва Республикаһын, Канаданы иңләй. Людмила Мельникова, Фәриҙә Сәмерханова, Илмира Шәйхулова үҙ эштәрендәге донъя кимәлендәге юғары һөнәрилектәре өсөн “Һоҡландым мин даһиҙарға, даһиҙан көнләшмәнем” номинацияһына лайыҡ булды.
“Ап-аҡ ҡағыҙ һалдым мин алдыма” номинацияһы үҙ эсенә төрлө өлкәләрҙә әүҙем эшмәкәрлек күрһәткән кескәй, йәш көстәр хаҡындағы хеҙмәт эйәләрен туплаған. Бында “Октябрь нефтсеһе” гәзитенән ижади төркөм, “Тамыр” телеканалы хәбәрселәре Айгөл Малбаева, Зөлфиә Даянова, Татарстандан Светлана Ханова еңеүселәр рәтендә.
“Бөйөклөгөн һаҡлап Уралымдың” номинацияһы Башҡортостандың Рәсәй төбәктәре менән иҡтисади бәйләнеше тураһында яҙылған хеҙмәттәргә арналған. Хакасиянан килгән Нина Богатырева, Брянск өлкәһендә йәшәүсе Елена Севрюк, Мәскәүҙәге TV BRICS телевидениеһы хеҙмәткәре Ләйсән Йомағужина ошо тематикалағы эштәре өсөн еңеүсе титулын алып ҡыуанды.
“Осраҡлы ҡунаҡ түгел мин был ерҙә...” Мостай Кәримдең ысынлап та осраҡлы түгеллеген, уның тормошоноң бөйөклөгөн, бай ижади мираҫының әһәмиәтен раҫлай киләһе номинацияның геройҙары.
Саха (Яҡут) Республикаһында сығып килгән “Күрүлгән” гәзитенең ижади төркөмө, Алтайҙан Борис Алушкин, Төркиәнән Арслен Байыр, Татарстандан Венера Яҡупова әҙипкә арналған хеҙмәттәре өсөн баһаланды.
“Рус түгелмен, ләкин россиян мин” номинацияһы халыҡтар дуҫлығына, халыҡтар берҙәмлегенә баҫым яһай. Әлбиттә, был бүлектең дә географияһы киң: Ҡытай Халыҡ Республикаһынан ижади төркөм Аньхой провинцияһы менән Башҡортостандың хеҙмәттәшлеге тураһындағы репортаж материалдары өсөн, “Милли үлсәм” программаһы менән Свердловск өлкәһенән Рузанна Шахназарян еңеүселәр рәтендә.
Быларҙан тыш, махсус номинацияларҙа Чехиянан Александр Насадный, Башҡортостандан Зәйтүнә Ниғәмәтйәнова, Дағстандан Баһауетдин Самадов билдәләнде.
Хеҙмәттәре, һөнәрилектәре юғары баһаланған журналистарҙы ҡотларға Башҡортостан мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ла килгәйне. Ул тәбрикләү һүҙҙәрендә бөгөн йыйылған һүҙ оҫталарының милли мәҙәниәт һәм милли журналистиканың үҫешенә ҙур өлөш индереүҙәрен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
“Башҡортостанға килеү күптәнге хыялым ине”
Ошо һүҙҙәр менән башланы үҙ сығышын Владимир Соловьев. Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Башҡортостан хаҡында ниндәй фекерҙә?
Ниһайәт, йәйгелек күптәнге хыялым тормошҡа ашты: “Инфорум” арҡылы республикағыҙҙы килеп күрҙем. Стеналарында башҡорттар 20 мең йыл элек төшөргән боронғо һүрәттәрҙе һаҡлаған Шүлгәнташ мәмерйәһендә булдым, данлыҡлы Ағиҙел буйлап теплоходта йөрөнөм. “Барыһын һат та ҡурай һатып ал” тигән әйтемде ятлап алдым. Тап ошо сәфәрҙә башҡорт журналистары “Алтын ҡурай” халыҡ-ара журналистар фестивалендә баһалама комиссияһы рәйесе булараҡ ҡатнашырға тәҡдим итте.
Күптән түгел генә мин Сочиҙа, Ҡара диңгеҙ ярында, Рәсәй-Африка форумында инем. Төнөн Мәскәүгә остом, бөгөн мин йәнә Өфөлә.
Александр Пушкин исемендәге аэропорттан осоп, Мостай Кәрим исемендәге аэропортҡа килеп төшөүемә шатланам. Бөйөк шәхестәребеҙҙең исемдәрен ошо рәүешле мәңгеләштереү – шәп күренеш, күп туристар сәйәхәт иткәндә улар менән ҡыҙыҡһынасаҡ, уларҙы иҫтәрендә ҡалдырасаҡ. “Алтын ҡурай” Халыҡ-ара журналистар фестиваленең программаһы сағыу, бай. Еңеү яулаған барлыҡ хеҙмәттәштәремде ҡайнар ҡотлайым”, – тине ул үҙ сығышында.
“Башҡортостанды килеп күргәс, уға ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайтҡы килә. Был төбәк тәбиғәте менән дә, кешеләре менән дә ғәжәйеп матур”, – тине сит өлкә-илдәрҙән килгән “Алтын ҡурай” халыҡ-ара журналистар фестивале еңеүселәре. Был бәйге киләсәктә лә лайыҡлы хеҙмәт, ҡыҙыҡлы, файҙалы, әһәмиәтле материалдар арҡылы һәр үткер ҡәләм эйәһенә ҡанаттар ҡуйһын, яңы исемдәр асһын.