Краснокамала полиция хеҙмәткәрҙәре "Mazda" автомобиленә иҫерек килеш идара иткән бер егетте тотҡан. Үҙенән спирт еҫе аңҡып тороуға ҡарамаҫтан, ул күрше Дүртөйлө районына "сәйәхәт"кә сыҡмаҡсы булған.
Бәхеткә күрә, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре ҡулына эләгеп кенә, иҫерек егет юл-транспорт ваҡиғаһына тарымай, ә улар туҡтатмаһа, был "сәйәхәт" нисек тамамланыр ине, билдәһеҙ...
Полиция туҡтатҡас, был әҙәм бер генә шешә һыра эскәнен әйткән һәм үҙен ебәреүҙәрен һораған. Әммә махсус ҡоролма ярҙамында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тикшереү үткәргәс, уның бер генә шешә менән хушһынмағаны асыҡланған.
Әле иҫереккә ҡарата дүрт штраф яҙғандар, сөнки ул өҫтәүенә ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан, бер нисә тапҡыр тиҙлекте арттырған һәм хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәгән булған.
Асыҡланыуынса, ул быға тиклем дә руль артына иҫерек килеш ултырып тотолған булған.
Юл хаталарҙы яратмай, бигерәк тә иҫерек килеш рулгә ултырғандарҙы...