Баҡсасылар йәмғиәтенә ҡараш һәм ҡануниәт үҙгәрәсәк.
Баҡсасылар беҙҙең республикала күп – коммерцияға ҡарамаған йәмғиәттәрҙә 500 меңдән ашыу ғаилә иҫәпләнә, был күрһәткес буйынса Башҡортостан илдә алтынсы урынды биләй. Әммә һуңғы йылдарҙа уларҙың проблемалары онотолоп торҙо. Ни өсөн? Бөгөн улар нисек йәшәй һәм хәҙерге йәшәйештә баҡсасылыҡ йәмғиәттәренең әһәмиәте нимәлә?
500 мең кеше ситтә тороп ҡала
– Был йәмғиәттәрҙең эшмәкәрлеген яйға һалыу буйынса ҙур күләмдәге эш көтә беҙҙе, улар ҡануниәт көйләүенән бөтөнләй ситтә тороп ҡалған, – тине республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, яңыраҡ республика парламентында сығыш яһап. – Судтарҙа һәм муниципалитеттарҙа баҡсасыларҙың үҙ-ара йәки урындағы власть менән бәхәсе буйынса бик күп ялыу йыйылған, уларҙы ҡануни нигеҙҙә хәл итә башларға ваҡыт. Беҙ, республика Хөкүмәте, баҡсасылыҡ йәмғиәттәрен тергеҙеү буйынса төбәк программаһын тәҡдим итергә йыйынабыҙ.
Был программа коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ йәмғиәттәренә (ә улар беҙҙең республикала 1 327 иҫәпләнә) юл һалыу, электр менән тәьмин итеүҙе ышаныслы итеү, коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыуҙы ойоштороу, район кимәлендә уларҙың эшен көйләүсе муниципаль орган булдырыу һәм башҡа мәсьәләләр буйынса субсидия биреүҙе лә күҙ уңында тота. Әлегә тиҫтәләрсә йылдар буйы йыйылып килгән бөтә был проблемалар хәл ителмәй.
Ошо проблемаларҙың иң тәүге иғтибарҙы һәм хәл итеүҙе көткәне – баҡсасыларҙың үҙ ер биләмәһен һаман да булһа рәсми теркәүҙе тамамлай алмауы. Кемдер ер өсөн аҙ ғына булһа ла һалым түләп барыуҙы ҙур сығымдай күрә, кемдер тиҫтәләрсә йыл элек үҙе эшләгән ойошмала алған документтарының юғалыуына йәки был ойошманың күптән ябылыуына һылтана, кемдер быны кәрәкмәгән эш тип һанай, ә үтә олоғайған граждандар хосусилаштырыуҙың асылын һәм ҡайҙа мөрәжәғәт итергә икәнен дә аңламай.
Шундай уҡ әһәмиәтле икенсе бер ҙур проблема – баҡсасылыҡ ширҡәттәрендәге юлдарҙың тиҫтәләрсә йылдар элек үк яраҡһыҙ хәлгә килеүе йәки транспорт менән үтеү өсөн бөтөнләй булмауы. Электр бағаналары һәм сымдарының да күпселеге ышаныслы эшләмәй һәм, иң мөһиме, улар өсөн бер кем дә яуап бирмәй. Баҡсасылыҡ ширҡәте рәйестәре һәм идаралары был проблемалар өсөн финанс мөмкинлеге юҡлыҡҡа һылтана. Хәйер, байтаҡ баҡсаларҙа идара исем өсөн генә һайлана, тәғәйен эш башҡарыу фәҡәт айырым энтузиастар елкәһендә килә.
Шулай уҡ коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу ҙа баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә үҙәкләштерелмәгән, һәм был мәсьәлә менән дә тәғәйен шөғөлләнгән кеше юҡ.
– Баҡсасылыҡ йәмғиәттәренә ярҙам итеү маҡсатында республика Хөкүмәтендә ведомство-ара комиссия төҙөлдө, – тине Илшат Фәзрахманов. – Беҙ илдең башҡа төбәктәрендәге баҡсасылыҡ буйынса ҡануниәтте анализланыҡ, төрлө субъекттарҙа был эшмәкәрлек төрлөсә көйләнә икән. Байкал аръяғы крайы, Ырымбур өлкәһе һәм башҡа ҡайһы бер субъекттарҙа баҡсасылыҡҡа ярҙам итеү төбәк ҡануниәттәре менән көйләнә. Шуны миҫал итеп, беҙ Ауыл хужалығы министрлығында баҡсасылыҡҡа ярҙам итеү менән шөғөлләнәсәк айырым бүлек булдырҙыҡ, унда дүрт кеше эшләй. Баҡсасыларға консультация биреү – әйтәйек, орлоҡ һәм үҫентеләр алыу, тупраҡты тикшертеү, ҡоротҡостарға ҡаршы көрәшеү һәм башҡалар буйынса үҙәк асылды.
Бөтә нәмә тиерлек аҡсаға барып тоташа, шуға күрә банктарҙың коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәрен түләүһеҙ хеҙмәтләндереүе тураһында һөйләшеп килешелгән. Байтаҡ һандағы баҡсасыларҙың, айырыуса оло йәштәгеләрҙең, үҙ баҡсаһына барыр өсөн шәхси автомобиле юҡ. Шуны иҫәпкә алып, яҡын киләсәктә улар өсөн ошо баҡсасылыҡ йәмғиәттәренә тиклем барған маршруттарҙа ташламалы хаҡҡа йөрөү мөмкинлеге, бының өсөн “Алға” картаһын да файҙаланыу форсаты ҡаралған.
Баҡсасылыҡ проблемаларын көйләгән орган булмауы сәбәпле, Илшат Фәзрәхманов әлегә был эште республика Ауыл хужалығы министрлығының үҙ йөкләмәһе итеп алыуы тураһында әйтте. Тиҙ арала баҡсасылыҡ йәмғиәттәренең исемлеге (реестры) төҙөлгән. Уларҙың ике йөҙҙән ашыуының һалым инспекцияларында ла теркәлмәүе асыҡланған.
Ҡануниәт яңыра, уны үтәү мотлаҡ
Быйыл 1 ғинуарҙан “Граждандарҙың үҙ ихтыяждары өсөн баҡсасылыҡ һәм йәшелсәселек менән шөғөлләнеүе һәм Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы 217-се Федераль закон ғәмәлгә ингәйне. Ул индергән яңылыҡтар һәр баҡсасылыҡ йәмғиәтендә лә шунда уҡ тормошҡа ашырыла башланы тип булмай, сөнки, алдараҡ әйтелеүенсә, бик күп йәмғиәттәрҙә хатта идара һәм рәйестәр ҙә юҡ, финанс мөмкинлектәре үтә сикләнгән һәм улар әллә ҡасандан килгән проблемаларҙы хәл итә алмай. Шулай ҙа яҡын киләсәктә был үҙгәрештәрҙең бойомға ашасағына шик юҡ, улар баҡсасыларҙың көндәлек мәнфәғәттәренә яуап бирә бит.
Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, ошо яңы ҡануниәткә нигеҙләнеп ҡабул ителәсәк төбәк программаһы баҡсасылыҡ йәмғиәттәренә субсидия биреүҙе лә үҙ өҫтөнә аласаҡ. Күп кенә осраҡтарҙа, мәҫәлән, электр энергияһы өсөн түләгәндә, йәмғиәт сығымдарының 50 процентын был субсидия аша ҡаплау күҙ алдында тотола. Министр раҫлауынса, киләһе йыл башынан үҙ көсөнә инәсәк ҡануниәттә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу урындарын йыһазландырыуға ҙур ғына сумма бүлеү ҡаралған, һәм шуның байтаҡ өлөшө баҡсасылыҡ йәмғиәттәрендә контейнерҙар булдырыу, сүп-сар сығарыуҙы ойоштороу сығымдарына китәсәк.
Төбәк программаһына ярашлы, баҡсасылыҡ йәмғиәттәренә ярҙам итеү бер Ауыл хужалығы министрлығына ғына йөкмәтелмәй, ә башҡа министрлыҡтар һәм ведомстволарға ла бурыс итеп ҡуйыла. “Юл картаһы” был эшкә, мәҫәлән, баҡсаларҙағы юлдарҙы тәртипкә килтереүҙе – республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетын, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыуға Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығын һәм башҡаларҙы йәлеп итеүҙе планлаштыра.
– Йыл аҙағына саҡлы төбәк программаһына ҡағылышлы бөтә ҡарарҙар һәм ҡағиҙәләр булдырыласаҡ, шул иҫәптән – субсидия биреү тәртибе лә, – ти Илшат Фәзрахманов. – Субсидияларҙы республика ҡаҙнаһының киләһе йылдың икенсе ярты йыллығына һалыу ҡарала, әлеге иҫәпләүҙәр буйынса, ул бер йылға 350 миллион һумдан ашыу тәшкил итергә тейеш.
“Баҡсасылыҡ йәмғиәттәренә дәүләт ярҙамы – беҙҙең ил өсөн яңы күренеш һәм, шуға күрә, бында һорауҙар ҙа, тәүге осорҙа ҡытыршылыҡтар ҙа булыр, моғайын, – ти Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр буйынса комитеты рәйесе Әлфәрис Байсурин. – Илшат Илдус улы етәкселегендә был мәсьәлә буйынса бер нисә кәңәшмә үткәрелде, уларҙа республика парламенты депутаттарынан һәм тейешле министрлыҡтар, ведомстволарҙан тыш баҡсасылыҡ йәмғиәттәре вәкилдәре, муниципалитеттар етәкселәрә лә ҡатнашты. Һәр осрашыу һайын был йүнәлеш асығыраҡ төҫмөрләнә бара, ҡағиҙәләр барлыҡҡа килә, “Юл картаһы” эшләнде. Йыл аҙағында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, күптәнән килгән ғәҙәткә ярашлы, республиканың киләһе йылға бюджеты проекты буйынса йәмәғәт тыңлауҙары үткәрәсәк. Уға быйыл беренсе тапҡыр баҡсасылыҡ йәмғиәттәренең әүҙем вәкилдәре лә саҡырыласаҡ.
Ҡала халҡына баҡса үҫтереү өсөн ер биреү беҙҙең илдә уҙған быуаттың 30-сы йылдарында уҡ ғәмәлгә инә башлай, ул саҡта эшселәр өсөн “коллектив баҡса” тип атала. Бер шундай баҡсала йыш ҡына йәшелсә һәм емеш үҫтереү менән бер нисәшәр ғаилә шөғөлләнгән. Хосуси милекселеккә теше-тырнағы менән ҡаршы булған Совет власы һәр ғаиләнең “ер хужаһы” булыуына юл ҡуймаған, фәҡәт коллектив мөлкәтен генә хуплаған. Шулай ҙа, бындай эшмәкәрлек ғаиләнең емеш-еләк менән тәьмин ителеүенә ыңғай шарттар тыуҙыра алмағас, 1949 йылда СССР Министрҙар Советы “Эшселәр һәм хеҙмәткәрҙәрҙең коллектив һәм шәхси йәшелсә һәм емеш баҡсалары тураһында” тигән ҡарар ҡабул итә. Шулай итеп, беҙҙең илдә баҡсасылыҡ йәмғиәттәренең барлыҡҡа килеүенә быйыл 70 йыл тулды.
Үҙ ғаиләң өсөн үҙең теләгән емеш-еләкте, йәшелсәне теләгәнсә күләмдә үҫтерергә рөхсәт ителһә лә, шәхси эшмәкәрлекте төрлөсө сикләгән заман булған – ер биләмәһе бер ғаиләгә 600 квадрат метрҙан, йәғни алты сутыйҙан ашырға тейеш булмаған, йортто ике ҡатлы итеп һалыу һәм уның аҫтында подвал эшләү тыйылған. Бер ҡатлы булғанының да бейеклеге ерҙән алып өй түбәһенең осона саҡлы алты метрҙан ашырға тейеш булмаған һәм башҡалар.
Әммә, һәр төрлө сикләүҙәргә ҡарамай, аҙ ғына күләмдә рөхсәт ителгән мөмкинлек тә баҡсасылыҡ йәмғиәттәренең йылдам үҫеш алып китеүенә, ҡалалар тирәләй баҡса йорттарының күпләп барлыҡҡа килеүенә килтерә. Ул замандарҙа баҡсасылыҡ йәмғиәттәре предприятиелар ҡарамағында булған, шуға күрә юл һалыу һәм һыу үткәреү кеүек эштәр ҙә уларға йөкмәтелгән. Предприятиеларҙың социаль бурыстары күптән юҡ, улар фәҡәт табыш алыуға һәм шунан ҡаҙнаға һалым түләп тороуға махсуслаша. Тимәк, дәүләт һәм муниципаль органдарға баҡсасылыҡ йәмғиәттәренә йөҙ менән боролоу, уларҙың мәнфәғәттәрен иҫәпкә алыу заманы етте.