Көҙгө тәбиғәт көйһөҙлөгө менән кәйефте бер ни тиклем боҙҙо. Бөгөнгө дауыл холҡон күрһәтеп кенә ҡалманы, матди зыян да килтерҙе.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы барыбыҙҙы ла киҫкен көслө ел булыу ихтималлығы тураһында иҫкәрткәйне инде. Өфө буйынса Граждандарҙы яҡлау идаралығы тәбиғәттең ҡырыҫлығын иҫбатлаған миҫалдар килтерҙе.
Бер нисә урында ул ағастарҙы йыҡҡан, ҡыйыҡтарҙы алып осорған. Калинин, Киров, Октябрь һәм Совет райондарында йәшәүселәрҙән ете мөрәжәғәт ҡабул ителгән. СССР-ҙың 50 йыллығы урамында электр сымына ағас ауған, Төхфәт Йәнәби урамында, ярай әле, газонға төшкән. Бәхеткә ҡаршы, йәрәхәтләнгәндәр, яраланғандар юҡ.
Хатта светофорҙар ҙа көслө елгә сыҙамай һынған. “Уфагорсвет” хеҙмәткәрҙәре хәбәр алыу менән эшкә тотонған. Иң мөһиме – баш һау булһын, халыҡҡа бәлә-ҡаза килмәһен. Шулай ҙа һаҡсыллыҡ бер кемгә лә ҡамасауламаҫ, иғтибарлы булайыҡ.