Йәмғиәт
29 Октября 2019, 06:44

Һин комсомол булдыңмы?

Байрам менән, элекке комсомолдар! Әйҙәгеҙ хәтирәләрҙе яңыртып алайыҡ.

mail.rumail.ru
mail.ru
Тарихыбыҙ иҫтәлекле ваҡиғаларға бай. Бөгөн - комсомол ойошмаһының 101 йыллығы. 1918 йылда тәүге съезд үтеп, Рәсәй йәштәр коммунистик союзы булдырыла.
Статистика буйынса, илдең 200 миллиондан артыҡ егет һәм ҡыҙы комсомол мәктәбен уҙған. Йәштәр Ватан алдында торған ҙур һәм мөһим бурыстарҙы хәл итеүҙә әүҙем ҡатнашҡан, илебеҙ тарихына иҫ киткес бай иҫтәлекле йылъяҙмалар яҙып ҡалдырған. Комсомолдар, ҡайҙа ғына хеҙмәт итһәләр ҙә, һәр ваҡыт алғы һыҙыҡта, беренселәр рәтендә булғандар. Комсомол ойошмаһы йәштәрҙе шәхес булараҡ тәрбиәләп үҫтереп, уларға йәмғиәттә үҙ урынын табырға булышҡан.
Байрам менән, элекке комсомолдар! Әйҙәгеҙ хәтирәләрҙе яңыртып алайыҡ.
Читайте нас