Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Октябрь 2019, 12:47

Көйөргәҙенең көйлө тарихы

Милләт тотҡаһы, милләт киләсәге, халыҡ ижады тураһында һүҙем. Көйөргәҙе ерлегендә һаҡланған һәм халыҡты XXI быуатта ла тере һыуҙай илаһи һуғарып торған ижадҡа арнала был яҙмам.

Ете көндә егерменән ашыу ауылда егәрле эш атҡарылды.


Ауыл. Башҡорт ауылы. Тәбиғәт-Әсәнең хикмәтле ҡосағын көнө-төнө тойоп, Ер тынында ойоп, тирә-яҡ киңлегендә илереп нисәмә-нисә быуат йәшәй ул. Башҡорт ауылы – ил, Ер-һыу ҡото...


Был донъяла беҙ ҡунаҡ ҡына. Ауыл һәм ауыл кешеһе тәбиғәт ҡанундарын белеп, тойоп, буйһоноп, уларҙы аныҡ үтәргә тырыша. Шуның менән көслө ул.


Аманатты һаҡлаусы ул – ауыл


Ҡала ташына түгел, тере тупраҡҡа баҫып, үҙен ер кешеһе итеп, Ер-Әсәнең яратыуын тойоп, быуаттар буйы ҡөҙрәтен юғалтмай әле лә һаҡлай башҡорт ауылы. Көнө-төнө илаһи матурлыҡ күреү йәнде сыныҡтыра. Кешенең иң аҫылдары һиндә тыуа, ауыл! Фәҡәт бында, тирә-яҡ хозурын күргән һайын, кеше үҙенең донъя именлеге, матурлығы өсөн яуаплы икәнен белеп үҫә. Ә был яуаплылыҡты үҙеңә алыу – ихлас ғәмәлле, ҡеүәтле, киләсәкле булыу өсөн төп сифат. Тарихыңда ҡот осҡос фажиғәләр күрһәң дә, көл-күмергә ҡалып янһаң да, суҡынмаҫ өсөн боҙло һыуҙа туңһаң да, меңәрләгән балаң, батырҙарың дарға аҫылһа ла, һин һаман әле донъяның тере тибеше, ҡот бишеге, Башҡорт ауылы... Һиндә иң кәрәкле серле асҡыс – тормошҡа, баҡый иманға, ғүмер булмышына бәйле оло белем аманаты һаҡлана. Ул – халыҡ ижады. Ошо ижадың булғанға, һин көләс, наһырың китмәй, көслө булып йәшәйһең, арып-талып, бошоноп, бойоғоп ҡайтҡан ир-арыҫландарҙы йыуатыр ғына түгел, ҡот арттырыр ҡеүәтең, ҡотоң бар, яңы таланттарҙы тыуҙырыр ырыҫың бар. Һиндә милләтте милләт итә торған код йәшәй. Ошо ижад йәш итә, йәшәтә һине.
Милләт тотҡаһы, милләт киләсәге, халыҡ ижады тураһында һүҙем. Көйөргәҙе ерлегендә һаҡланған һәм халыҡты XXI быуатта ла тере һыуҙай илаһи һуғарып торған ижадҡа арнала был яҙмам.
Быйылғы йәйҙә ойошторолған экспедицияла минең менән бергә коллегаларым – Башҡортостан Фәндәр академияһы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының көнсығыш ҡулъяҙмалар бүлеге мөдире, тарих фәндәре кандидаты Ә.Ғ. Сәлихов, фольклористика бүлегенән филология фәндәре кандидаты Г.В. Юлдыбаева, аспирант Г.Р. Ғиззәтуллина ҡатнашты. Ете көндә 20-нән ашыу ауылда эшләнек.


Халыҡтың ижади фекере мөһим


Башҡорт халыҡ ижадын йыйыу эше яңы быуатта яңы алымдар, яңы фекер һәм йүнәлеш талап итә. Хәҙерге көндә алдынғы фольклористиканың бурысы – тик жанрҙар (эпос, легенда, йыр һ.б.) йыйыу ғына түгел, ә халыҡ тормошонан күп төрлө мәғлүмәт туплау. Беҙгә халыҡтың теле, ғәме, уның күңел торошо, философияһы, булмышы, тормош рәүеше, кейеме, аш-һыуы йәһәтенән күҙәтеүҙәр эшләргә тура килә. Бөгөнгө техноген заманда халыҡтың ижади фекере, тойомо, ынтылыштары ниндәй? Әгәр тик гуманитар маҡсаттар ғына ҡуйһа һәм халыҡ ижадын филологик юҫыҡта ғына өйрәнһә, фольклор фәне профессиональ юғарылыҡҡа күтәрелә алмай. Кешенең барлыҡҡа килеүен, үҫешен барлаған фән – антропология ла хәҙер фольклористика ғилеме менән берлектә өйрәнелә, сөнки һәр төрлө ижад ижадсының рухи, мәҙәни, матди, социаль тормошо, шулай уҡ йән-тән, аң, хис-тойғо булмышы менән бермә-бер бәйле. Шуға ла быға тиклем сыҡҡан уйын (1988), бейеү (2009, 2013), сәсәнлек (2012, 2003), йыр (2003), йола (1994, 2018) һәм башҡа халыҡ ижады төрҙәренә бәйле китаптарымда ошо бөтөнлөк күҙ уңында тотолдо.


“Ҡара ат” йыры – көйөргәҙеләр хәтерендә


Көйөргәҙе районы халҡының ижады ошо ерҙә йәшәгән кешеләрҙең алсаҡ, тәрән фекерле, сабыр, ипле, әммә ҡыйыу холҡон көҙгөләй сағылдыра. 1917 йылда М. Бу­ранғолов Бабалар ауылында Ғәтиәтулла Бикҡужиндан яҙып алған “Аҡбуҙат” эпосын һөйләгән ерҙә ул эҙҙәрҙе, ҡыҙғаныс, тапманыҡ. Әкиәт һөйләүселәр ҙә бик аҙ, оҙон көйҙәр һәм йырҙар ҙа (“Буранбай”, “Бейеш”, “Азамат”, “Ашҡаҙар”, “Абдрахман” һ.б.) хәҙер бик һирәк башҡарыла. Әммә был күренеш һәр ерлеккә тиерлек хас, һәм ул “фольклор бөтә, кәрәге самалы ижад” тигән һүҙ түгел, сөнки был заманда ла милләт үҙ ижадының боронғоһона таяна, бөгөнгөгә бәйлеһен ижад итә, ғәмәлдәре, кәрәклеге буйынса йола, дини йөкмәткеле жанрҙарҙы хәтерендә лә, тормошонда ла көсәйтә. Башҡорт йыры, классик фольклор жанры булараҡ, әле лә халыҡ хәтерендә үҙ түрен юғалтмай һаҡлана.
“Ҡара ат” йырында башҡорт тарихында булған тетрәнгес ваҡиға һөйләнә. Йыр 1963 йылда Маҡар (хәҙерге Ишембай) районында БДУ студенттары тарафынан яҙып алынған (“Башҡорт легендалары”, 1969), тарихы менән “Башҡорт халыҡ ижады“ йыйын­тығында (1974, 71-се бит) баҫылған.
Риүәйәт буйынса, Ырымбур генерал-майоры башҡорттарҙың тимерселек эшенә ҡаты тыйыу һала. Яманһары ауылынан (Көйөргәҙе районы) туғыҙ тимерсе йылға буйына төшөп (әле лә Туғыҙ тимерсе ауылы бар), 30 мең уҡ эшләй. Ғәбделнасир һәм Ишмәкәй тигән уҙамандар майорға ҡаршы ихтилал күтәрергә йыйына. Батша ярандары халыҡтың йәше­рен рәүештә уҡ-һаҙаҡ эшләүен белеп ҡала һәм, 120 башҡортто тотоп, Мәләүез зинданына яба. Ырымбурҙа уларҙы ҡотҡарырға уйлап йөрөгән Ғәбделнасир менән Ишмәкәй иғлан ишетеп ҡала: “Әгәр башҡорттар атаманға лайыҡлы саптар ат тапһа, ҡулға алынған башҡорттарҙы иреккә сығарабыҙ”. Ишмәкәй бәйгегә үҙенең бер ҡасан да ал бирмәгән ҡара атын сығара. Шарт буйынса, аттар 13 саҡрым ярышырға тейеш. Дүртенсе әйләнештә Ҡарат артта ҡала. Атаман яҡлылар шатлана башлай. Шул саҡ халыҡтың зар тулы һулышын, ынтылышын тойоптор, Ҡарат алға сыға һәм халыҡты язанан, үлемдән ҡотҡара.
“Ҡара ат” йырының көйөргәҙеләр хәте­рендә айырыуса ныҡлы һаҡланыуы аңла­шыла. Был яҡта тыуған булыуы ла, ваҡи­ғалар, урын, ер-һыу менән бәйлелеге лә йыр мөхитен тотороҡло итә. Көйөргәҙелә яҙып алынған йыр варианты көйө менән дә, һүҙҙәре менән дә яңы, һирәк ише­телгәндәрҙән булды.
Урыҡ-һурыҡ текстары менән йыр бер нисә ерҙә яҙып алынды, әммә аманаттың оҫта, аһәңле һәм телдән-телгә, көйө менән башҡарылып тапшырылыуы айырыуса ҡиммәт. Яҡуп ауылынан Тәлғәт Зәки улы Уралов (1943 йылғы) йырҙың һирәк ишетелгән бер нисә куплетын тарихы менән бергә һөйләп башҡарҙы. Йырҙы ул Ишбулды Ишдәүләтовтан 1953 – 1955 йылдарҙа отоп алған. Халыҡ тарихы, күңел торошо, бәйге ваҡытында кисерештәр сағыла йырҙа:

Алда бара Ҡарат, алды бирмәй,

Артта ҡала майор аттары!

Ҡарат уҙғандарын күргәндән һуң,

Ҡан-йәш түгә йәш һәм ҡарттары.
Ярһыған, намыҫланған, йән аямай сапҡан аттың йөрәк тибешен, хәлен, хисен беҙ белмәйбеҙ, әммә меңәрләгән быуаттар буйы туҡылған тиңдәше юҡ сифат – ат менән башҡорттоң тоғролоғо был йырҙа камил сағылған:

Алға ла ынтыл, ай, ҡара атым,

Әйләндереп тә һалып та ял осон.

Аяма ла йәнде, бирмә лә алды –

Йөҙ егерме башҡорт та ҡаны өсөн!
Йырҙы Тәлғәт Уралов диапазоны ҡыҫҡа, әммә бығаса ишетелмәгән көйгә һалып башҡарҙы.


Әкиәттәр, һарнауҙар, йолалар...


Әкиәт жанры – һығылмалы ижад төрө. Күп кенә сюжеттар юғалһа ла, әкиәтте башҡарыу тормош рәүешенән төшөп ҡалһа ла (өләсәйҙәр хәҙер сабыйҙарҙы әкиәт һөйләп йоҡлатмай), был ерлектә оҫталар әле бар. Мәҫәлән, Таймаҫ ауылынан Рима Йосопованың (1955 йылғы) “Ел, ел, ел арбам”ды көйләп һөйләүе үҙе матур табыш булды. Ҡартинәһенән отҡан күп әкиәттәрҙе – “Ҡамыр батыр”, “Аҡъял батыр”, “Үгәй ҡыҙ” һәм башҡаларҙы ул әле лә ейәндәренә һөйләй.
Тәбиғәт көстәренә, януар-ҡошҡа һамаҡлап өндәшеү, йыр бағышлау, ҡояшҡа, айға, урманға, ер-һыуға махсус шиғыр менән өндәшеү, йәғни һарнауҙар – халыҡтың борондан туҡылған экологик аң-белеме сағылышы ул. Һарнау жанры күптән ғәмәли кәрәклеге юғалғандар иҫәбендә. Ул – ҡош-ҡортҡа, януарға, төрлө сихри көстәргә мөрәжәғәт һүҙе булған. Баҡсы, шамандар ижадына ҡараған был жанр – үҙендә һүҙ, хәрәкәт, бейеү, көй компоненттарын берләштергән ҡатмарлы күренеш. Халыҡ хәтерендә һаҡланған бөгөнгө һамаҡтар – уның үҙгәргән рәүеше. Айға, ҡояшҡа, йәнлектәргә, тәбиғәт көстәренә мөрәжәғәттәр бик боронғо дәүерҙәргә тоташа.
Фольклористикала был ижад төрө “тәби­ғәт көстәренән ҡурҡҡан кеше уйҙырмаһы, вәхши, ҡырағай кеше фантазияһы” тип баһаланды. Халыҡ ижадындағы художестволы символдың, образлылыҡтың һәр саҡ ысын нигеҙе бар. Шуға ла фольклор әҫәрҙәрен яңыса, һәммәһенең ысынбар­лыҡҡа бәйләнеше булыуы йәһәтенән асырға кәрәк хәҙер. Йәғни тәбиғәттән ҡурҡыу түгел, ә уның менән аралашыу ысулын табып, махсус функциональ йолалар үтәп, тере тәбиғәтте ризалатыу, уны һаҡлай, һоҡлана белеү сараһы шулай фольклорлаша һәм уға тик ырыҫлы, белекле кеше һәләтле була ала. Бындай фольклорҙы ижад итеүсене ҡырағай башҡорт тип атау һис тә дөрөҫ түгел, ундай ижадсы – юғары интеллектуаль зауыҡҡа, тәрән фекергә эйә шәхес ул. Тәбиғәт балаһы булған башҡорттоң киң тармаҡлы белеме, быуаттар һуҙымында символик образға сорналған тарихи, экологик ҡарашы ана шул һамаҡтарҙа, һарнауҙарҙа, риүәйәт, легендаларҙа тасуири һүрәтләү таба. Ошо репертуарҙа башҡорт халҡының экология принциптары һаҡланған да инде.
Ҡоролоҡ йылдарында ҡорбан салып, балаларҙы теләк әйттереүгә сығарыу йолаһы булған. Ҡара болот саҡырыр өсөн ҡара елән, ҡара түбәтәй, ҡара ыштан кейгәндәр. Ҡара тәкә һуйып, ҡаҙандың ҡоромло (ҡара) төбөн әйләндереп һыуға һалыу ана шул төҫ тылсымына, ҡара болот саҡырыуға, күк, ямғыр рухын ризалатыуға бәйле.
Көйөргәҙеләр хәтеренсә, ямғыр саҡы­рыуға бабайҙар, әбейҙәр һыу буйына сыҡҡан, ямғыр намаҙы уҡылған, ҡорбан салынған. Беренсе Кинйә ауылы янында ямғыр ташы ла булған: уға ҡамсы менән һуҡһаң – ямғыр яуа.

Ямғыр апай, яу, яу,

Иген үҫһен, тау, тау!

Ялан булһын тулы,

Бабалар хаҡынан,

Балалар хаҡынан,

Ямғыр апай, яу, яу!

(Зәйтүнә Рахманғолова,

1951 йылғы, Свобода ауылы).
Зәйтүнә Рахманғолова хәтерләүенсә, яҡын-тирәлә элек ямғыр яуҙырыуға һәләтле көслө баҡсы ла булған. Уның инәһе һөйләүенсә, Кинйә батырҙың һөйәктәрен бер үркәсле дөйәләр менән алып ҡайтып төндә ерләгәндәр. “Тыуған иленә ҡайтып тынысланды Кинйә, шөкөр Аллаға”, – тип уның Миңъямал исемле инәһенә апаһы һөйләгән. Кинйә абыҙ ҡәбере иһә Зиннур Закир улы Исхаҡов уҙаман ярҙамында ҡоймаланған, алыҫтан күренеп, ер ҡотон һаҡлап ята. Эргәһендә – әүлиә ҡәбере. Мәшһүр аҡыл эйәләре әхирәттә лә бергәлер...
Әүлиәләрҙең, батырҙарҙың ҡәберен ҡәҙерләп, хәтерләп йәшәү – борон-борондан милләт әхлағын тотоусы мәктәп ул.


Им-том – фольклорҙа


Им-том итеү ижады – бөгөн киң таралған күренештәрҙең береһе. Һуңғы ваҡытта халыҡ дауаһына рөхсәт асылыу, уға ихтыяж көсәйеү ҙә үҙ ролен уйнай. Арбау, дауалау һамаҡтарын яҙып алыу әлеге көндә бик уңайлашты.
Имләү, бағымсылыҡ – халыҡ барлыҡҡа килгәндән алып бөгөнгөгәсә кәрәге бөтмәҫ тормош тотҡаһы, дауа, шифайәт системаһы. Быуаттар буйы халыҡты һаҡлап килгән таяныс, рух һәм тән сәләмәтлеген тотҡан белем ул. Рәсми медицина фонында им-том мәктәбенең дә “ҡырағайлыҡ” тип һаналыуы уның ысын логикаһын, асылын аңлап бөтмәгәнлектән килә.
Ғәҙәттә, имләү һәләте нәҫелдән килә һәм һөҙөмтәләре буйынса халыҡта ышаныс тыуҙыра. Мейе ҡағыу, быуын ултыртыу, күҙеккәнде алыу, ҡот ҡойоу, хәрәм эсемлектән аралау һәм башҡалар – былар барыһы ла имселәр тарафынан атҡарылған дауа саралары. ХХI быуатта ла уларҙы һис инҡар итеп булмай. Һәр халыҡ белеге шәжәрә кеүек үҙ тамырына таяна. Хәҙерге медицинала был күренеш махсус өйрәнелә, файҙалыһы ҡулланыла, кәрәгендә – икеһе бергә ҡушыла. Әлеге ваҡытта рәсми медицина аңлата алмаған күренештәрҙе йәһәт кенә ыңғай яҡҡа үҙгәрткән, хатта шифаһын тапҡан башҡорт имсебикәләре, халыҡ табиптары һәр районда бар. Әммә “мулла изен бирмәне”, “мәсеттән рөхсәт алынманы”, “мулла ярамай тине” ише тыйыуҙар был сихәт шишмәһенә ҡаршылыҡ тыуҙыра башлаған, сөнки “һәләте нәҫелдән килгән”, “быуын ултыртыуҙы ҡартинәһе өйрәткән”, “ҡартатайы васыятлап тапшырған” аманатҡа мөнәсәбәт ипле булырға тейеш. Әлбиттә, шарлатанлыҡты киҫәтеү кәрәк, әммә имсе инәйҙәребеҙгә лә ихтирам зарур.
Көйөргәҙелә әле бер яҡта ла яҙып алынмаған им тәртибен осраттым. Кеше ауырып, күҙегеп, ауыр ҡараш, һоҡланыуҙан дерелдәп китә. Бала күҙекһә лә шулай. Иң тәүҙә “Фатиха”, “Нәс”, “Фәләҡ” сүрәләре уҡыла. Өс киҫәк икмәк алына. Алланан ризалыҡ һорала: “Бер Һинән ризалыҡ алам, ошо балаға им итергә ярҙам ит!” – тигәс өс рәт “Фатиха” уҡыла. Бала ныҡ илаһа, ете рәт уҡыла.
Бисмиллаһир-рахман-рахим!

Зәңгәр күҙҙән,

Уҫал күҙҙән,

Күңел күҙенән,

Балам тәненән,

Балам йәненән,

Күҙ сире китһен,

Яфа үтһен.

Кемдән килһә,

Шунда китһен,

– тип әйтә-әйтә шул икмәк киҫәген түшенә баҫаһың, шунан елкәһенә, унан ҡоймос һөйәгенә баҫҡылап, икмәкте балаға бирәһең. “Ниндәй эт осрай – шуға бир”, – тип әйтәһең.
Ҡатмарлы, хәүефле, киҫкен заманда әҙәм үҙ хисен йыя белмәй, сәбәләнә, эске ныҡлығын юғалта. Халыҡ әйтеүенсә, ошо мәлдә ауыл имселәренең “ясин үткәрмәһе”, ҡот ҡойоуы, күренмәҫ яманды ҡыуыу-өшкөрөүҙәре зыян итмәй, ҡурҡыуҙан Ҡөрьән сүрәләрен уҡып имләүе – кәрәкле, файҙалы ысул.
Шуға көйөргәҙеләр халыҡ име тәртиптәре буйынса хеҙмәт иткән Венера Хәсәнова, Әлмирә Ураҙбаева, Мәмдүҙә Мәҡсүтова инәйҙәрҙе хөрмәтләй. Мәмдүҙә Фәхрислам ҡыҙы һүҙ тылсымына айырыуса һиҙгер, уның ҡеүәтен юғары хис менән тойомлай. “Мин үҙем дә аңлап бөтмәйем. Ул һүҙ Алланан килә бит ул. Мин изге, яҡшы һүҙ менән кешеләрҙең юлын асып ебәрәм. Бәндәнең ниәтенә фатиха ғына бирәм. Ни әйтәм, шул килеп сыға. Эй ҡыуана кеше: “Инәй, ҡайҙан белдең?” – ти. Йөрәгем тулы – бәндәләргә яҡтылыҡ, яҡшылыҡ, ошо ул бәхеткә асҡыс. Ә бит кеше, бер нимә әйтһәң, юҡ, булмай, ауыр, ҡыйын, көс етмәй, ти башлай. Шулай итеп һүҙе менән үҙенең юлын яба... Ниәтең бар икән, барыһы ла уң була, ҡурҡырға ярамай...” Мәмдүҙә инәйҙең был һүҙҙәре һәммәбеҙгә алтын аҡыл бит.
Көслө шифайәтсе Мәрйәм инәйҙе, Ғәни бабайҙы (Яҡшымбәттән), мәшһүр Ғилажет­дин мулланы, Бағыруслан әүлиәләрҙе әле лә ҙурлап хәтерләй халыҡ. “Улар үлгән, ә файҙаһы һаман бар”, – тиҙәр. Мәрйәм инәй доға уҡып биргән ясин үткәрмәһен әле лә ҡулдан-ҡулға йөрөтөп дауа алалар. Исламға тиклем үк булған дауа йолаһы – “бүре ауыҙы” аша үткәреүҙең модификацияһы ул ясин үткәрмәһе.
Бүре ауыҙын тунап алып, һуҙып киптереп, түңәрәк эшләгәндәр. Шул тылсымлы түңә­рәктән үткәреү иң ҡаты сырхауҙарға ла килешкән. Ә этнографияла нимәлер аша үтеү, үткәреү (мөрйә, күпер аҫты, дуға, шаршау һ.б.) яңырыу, иҫкенән арыныу тылсымына ҡарай. Дәүерҙәр алмашына килә ислами доға, аяттар ошо күренешкә ҡушыла башлай. Мәҫәлән, әрмегә юлланған егетте 41 тапҡыр ясин үткәрмәһенән үткәрәләр, бер телем икмәкте тешләтеп ҡалалар. Шулай уҡ йәш бала түбәһенә тоҙ һибеп сығарыу, ҡыҙыл күлдәк кейҙереү – һәр хәстәрле әсә белергә тейеш ғәмәлдәр.


Йондоҙ теле – яҙмыш билдәләү ғилеме


Йондоҙҙар тураһында белем – халыҡтың Йыһан, донъя төҙөлөшө, кеше – күк бәй­ләнеше буйынса ифрат боронғо ҡаҙанышы. Һинд-иран, грек, скандинавия, шумер, Вавилон һәм башҡа боронғо цивилизациялар күк донъяһын ижади үҙләштереп, эпос, риүәйәттәрендә сағылдырған кеүек, башҡорт мифологияһында һәм эпостарында ла был тема беренсел булып тора.
Һуңғараҡ тормош-көнкүреш, ырыу-ара, мөхәббәт мөнә­сәбәттәре, артабан ғүмер – үлем, яҡшылыҡ – яманлыҡ, йәш – ҡарт, ир – ҡатын темалары килеп инеп, мәҙәни ҡатлам барлыҡҡа килә.
Ай, Ҡояш, Етегән, Ҡош юлы, Сулпан – күк диңгеҙендә хәрәкәт итеүҙәре күҙгә күренеп торған иң етеҙ, иң оло, мәшһүр яҡтыртҡыстар. Тәүтормоштан башҡорт өсөн улар – төп образдар. Шуға ла йондоҙҙарҙы, йыһан хәрәкәтен, мәҫәлән, эпостан барлау бик уңайлы. Был оло сер һаҡлаған һандыҡ асыу менән бер.
Әммә башҡорттоң йондоҙҙар хаҡында белеме, мифологияһы наҡыҫланыуы төрлө сәбәптәргә бәйле: НКВД тарафынан “Ҡыба­лама” китаптары, “Факихтар яҙыуы”, йон­доҙнамәлар яндырыла, мәшһүр белем эйәләре – йондоҙ “телен” белгән мулла, суфый, уҡымышлылар золом йылдарында тар-мар ителә. Артабан йондоҙ мифоло­гияһы ҡайһы бер дин әһелдәре тарафынан “табыныу”, “ширҡ” тип ҡаты тыйыуға дусар була. Ошо юғалған белекте бөртөкләп йыйыу, йондоҙ “телен” табыу, эпостарҙа уның эҙҙәрен уҡыу – көнүҙәк ғилми мәсьәлә һәм бер ни тиклем беҙҙең хеҙмәттәрҙә яҡтыр­тыла килә.
Халыҡ хәтерендә иң һаҡланып ҡалған белек Етегән йондоҙға, йондоҙ теленә бәйле. Көйөргәҙелә (Салауат, Ишембай, Әлшәй ерлегендә лә) уның тылсымын да әйтәләр: “Төндә күккә, Етегәнгә ҡарап теләк телә – ҡабул була” (Миңниса Исхаҡова, 1924 йылғы, Яҡшымбәт).

Етегән, Етегән йондоҙом,

Күренмәйһең көндөҙөн.

Ете рәт әйтһәм һауап була,

Теләгем ҡабул була!
– тип төндә күренгәс, уға ҡарап тын алмайынса әйтергә кәрәк – һаулығың килә” (Венера Хәсәнова, 1939 йылғы, Уңғар).

“Ҡыҙыл йондоҙ” – Марс планетаһы. “Ҡыҙыл йондоҙ булһын юлдашың”, – тип әйттеләр инәйҙәр. “Ут йондоҙо ул, уға бер кем бара алмай” (Р.Ә. Хәсәнова). Бына бит, космонавтар, йыһанды махсус өйрәнгән оло ғалимдар һүҙен халыҡ күптән еренә еткереп әйткән дә ҡуйған!
Йондоҙ мәғәнәләре юғалһа ла, башҡорт халыҡ йырҙарында уның хикмәтле эҙҙәре символик образдар булып ҡалған. Түкән ауылынан Фәниә Дәминова (1939 йылғы) менән осрашыуҙа иҫ китмәле матур йыр ишеттек:

Етегәнкәй етәү, Өлкәр бишәү,

Һарат менән Буҙат тағы икәү,

Таңсулпан.

Ашап-эскән саҡта дуҫ-иштәр күп,

Башҡа бәлә килһә – беҙ икәү.
Һарат, Буҙат, Өлкәр, Таңсулпан, Етегән йондоҙҙары бер йырҙа булыуы – үҙе ниндәй сағыу күренеш! Фольклорҙа бер образ да, бер һүҙ ҙә осраҡлы ҡулланылмай. Йондоҙ бында берҙәмлек үрнәге лә, яҡты хыял да, бәлә-ҡазаға бирешмәҫкә ынтылыш ишараһы ла, ғүмерҙең ҡәҙерен белеп, беҙ икәү йондоҙҙай йәшәйек тигән образлы философия ла.
Йырға өҫтәп, Фәниә Дәминева мифологик йөкмәткеле легендаһын да һөйләп ҡуйҙы: “Һа­рат менән Буҙат булған. Бер-береһен бик яратҡандар, тик ҡауыша алмағандар, сөнки атайҙары риза булмаған. Былар ҡас­ҡас, шәп аттарҙа ҡыуа сығалар. Инде ҡыуып еттем тигәндә, ҡыҙ менән егет күккә олғаша. Шунда тороп ҡалалар. Шунан бирле күктә улар. Өлкәр йондоҙ уларҙың ата-әсәһе була инде. Шуға бағынсылап йыр сығарғандар”.
Ҡыҫҡаһы, халыҡ үҙ белемен һис сиклә­мәй, шул уҡ ваҡытта Аллаһтан башҡа бер кемгә табынмағанын әйтеп тә ҡуя. “Аллаһ Тәғәләне үтеп, йондоҙға табыныу буламы?! Йондоҙҙарҙы бит Ул яратҡан. Беҙ изгеләп кенә билге алабыҙ” (Тәнзилә Ҡотлобаева, Уңғар).


Һамаҡтарҙа һабаҡ бар


Тәбиғәт йолаларынан “Ҡарға туйы”, “Ҡар­ға бутҡаһы”, “Кәкүк сәйе”, “Наурыз”, “Алтын башаҡ” (“Урағашы”, “Сөмбөлә”), “Бесән мәле”, “Йәшелгә сығыу” һәм башҡалар барыһы ла, ҡайһы бер нескәлектәрен иҫәпкә алмағанда, башҡа райондарҙыҡынан айырылмай тиерлек. “Беренсе күк килгәнде ҡалдырмайбыҙ. Ергә ятып аунайбыҙ. Ҡысҡырып әйтемләйбеҙ:

Раббым! Хоҙайым!

Донъяға – именлек,

Ризыҡҡа – бәрәкәт,

Тәнемә – хәрәкәт,

Ағзама – шифа!

Иһо-һо-һо! –

тип кешнәп ерҙә тәгәрәйбеҙ”, – ти Рәйлә Зәйнуллина (Таймаҫ ауылы).
Ат булып кешнәү – борондан ҡалған йола, ул ен-шайтан, күҙегеү, сырхауҙан һаҡлай, шулай уҡ көстө арттыра, тип һанаған халыҡ. Боронғо мифик белем уйынлаштырылып, кеше тормошонда дауам итә. Әммә йола тамырҙары иһә күктән яңы энергия килеүен әҙәм заты белгәненә ишара яһай.
Юлға сыҡҡанда фатиха әйтеү ябай ғына күренеш түгел. Сәфәргә бағышлап махсус һүҙ әйтеүҙә лә милли әҙәп, юғары мәҙәнилек сағылыш тапҡан. Ул – элек-электән мотлаҡ үтәлә торған башҡорт тәртибе, юл эйәһен ризалатыу билгеһе. “Юл донъяһы мәңге хәрәкәт урыны бит, шуға юл алдынан ашығып, асыуланып сәбәләнергә ярамай”, – ти Фәниә Дәминева.

Юл әйтемдәрен һәр районда яҙып алабыҙ. Уҡыусыға шуны аныҡлайым: был мәҡәләлә башҡа ерлектә осрамаған материалдарҙы барлауҙы маҡсат итеп ҡуйҙыҡ.
Зөләйха Ғафарова (Уңғар) юлға сығыр алдынан әйтә торған һүҙ тәртибе менән уртаҡлашты:

Юлда булыр юлдашым,

Хызыр Ильяс юлдашым,

Юлда булыр юлдашым!

Етмеш тәҡлил, мең Салауат,

Шәриғәтем – юл башы!

“Айҙың туғыҙлы көндәрендә – 9, 19, 29-ы юлға сығыуҙан, никах, дауа итеү, теш алдырыу һәм башҡаларҙан мөмкин тиклем тыйылырға кәрәк” (Зөләйха Ғафарова, Уңғар).
Күп йылдар буйы халыҡ ижадын йыйыу барышында бер ерҙә лә теркәлмәгән ҡыҙыҡлы күренештәр, йолалар осрай тора. Шуға ихлас ҡыуанам. Мәҫәлән: “Берәй нәмә юғалһа, ашап ултырған өҫтәл тояғына ҡыҙыл сепрәк бәйләйһең. Бер ай торамы, бер көн торамы, барыбер шул әйбер табыла. Бәйләгәндә: “Табыл, табыл, табылғас, ҡыуанырмын”, тиһең (Зөләйха Ғафарова. Уңғар).
“Балаһы булмаған ҡатын туй түшәген йәйергә, йәш кәләш менән кейәүгә мунса яғырға тейеш түгел” (Мәүлиямал Басирова, Тимербай ауылы, 1928 йылғы). Был йола нигеҙендә парлылыҡтың, түллелектең яҡшы тылсымына ышаныу ята.

Миңниса Бикмәеванан (Яҡшымбәт) һәм Миңзифа Ибраһимованан (Ҡотлоюл) яҙып алған мәҡәлдәр: “Аҙған арыҫлан Айға һикерә”, “Ҡарт ғәйбәтсе тиреҫ ҡортон ашай”, “Кешене ҡыуандырыу көсөңдө арттыра”, “Яҡшы әҙәм яманға ла яҡшы, тик юлы ямандан йыраҡ”.
Көйөргәҙе сәсәндәре Рәйлә Зәйнуллина (Таймаҫ), Зилә Үтәгәнова (Мораптал) – ошо ерлектең йөҙөк ҡашына тиң кешеләр.

Рәйлә Зәйнуллина – алсаҡ, әллә ҡайҙан нур сәсеп, бошонҡоно тертләтеп, ғафилды һиҫкәндереп, ер-һыу балҡытып йәшәгән ҡотло кеше. Хоҙай Тәғәлә тарафынан иҫ китмәле һылыу килбәт, сибәрлек бирелгән, дуҫына ла, дошманына ла мөләйем, шуға ла көслө ихтыярлы, ирекле зат. “Урал батыр” конкурсындағы матур сығыштары, фәһемле һүҙҙәре менән һәр саҡ билдәле, баһалы булды. Әлеге көндә Рәйлә Зәйнуллинаның шиғыр-ҡобайырҙарын балалар, ауылдашта­ры һөйләп ҡыуана. Уның ижад ҡомары, ойоштороу һәләте хаҡлы ялға сыҡҡас артты ғына. Бөгөн уның сәсән ҡото, сәсән көсө лайыҡлы, киң даирәлә файҙалы булыуға әҙер һәм сәсәндең мөмкинлектәрен Көйөргәҙелә ҡулланырҙар, тигән фекерҙәбеҙ.
Зилә Үтәгәнова – (Мораптал) оло йөрәкле, ысын ижадсы. Ғүмер буйы ижад итә. Ауылы, туғандары, тормош иптәше, ер-һыуға, тыуған илгә арналған шиғырҙары китап булып сыҡҡан. Зилә Үтәгәнованан яҙып алынған бик һирәк мөнәжәттән өҙөк:

Бер йондоҙ, ике йондоҙ,

Өсөнсөһө – Мәхүп йондоҙ.

Шул йондоҙҙар ергә төшһә,

Булыр беҙгә яҡты көндөҙ.

Ахыры бер көн кисәрбеҙ.

Ҡыяматҡа етербеҙ.

Ҡыяматҡа еткәс тә

Ни яуаплар итербеҙ?!
Фәндә мөнәжәттәр төрлө донъяуи хәл­дәргә арналған ижад тип билдәләнә. Әммә мөнәжәт темаһы икмәк бешереү, юл йөрөү, мал көтөү, күрше вәсвәсәләре һәм башҡалар түгел шул. Мөнәжәт – кешенең тәрән хис донъяһын барлау ысулы, төпкөл аң торошо, тормошҡа ҡарашы, тәүбәһе, үҙ күңелен – ҡәлбен Аллаһ алдында паклатыуға арналған дини ғилем. Башҡа төр халыҡ ижады жанр­ҙарына ҡарағанда (ҡобайыр, көй, әкиәт, йола, йыр) ул йәшерәк. Һәр мөнәжәт Аллаһ алдына баҫыу менән бер. Ошо психологик башланғысы, иман асҡысы (коды) ижади бәйән ителеүе, нәфсе тыйыуға йүнәлтелгән мәшһүр фекере мөнәжәттең урынын бөгөн уҡытыу-тәрбиә эшендә лә, мәҙәни-ағартыу мөхитендә лә ифрат кәрәкле итә.

Һәр юлда яңы матур кешеләр менән осраштыра Хоҙай Тәғәлә. Эшен аныҡ, камил, кешелекле, төҙөк алып барған ауыл билә­мәһе хакимиәттәре рәйестәре Асҡар Кин­йәлиев, Юнир Сынбулатов, Сания Сәйет­батталова, музей директорҙары Фәнис Рахманғолов, Рафиҡ Әминев кеүектәргә ҡарап киләсәккә өмөт нығый. Ир-арыҫ­ландарҙың тоғро һүҙле, яугир һыҙатлы, төплө фекерле булыуын мәшһүр батырыбыҙ, аҡыл эйәһе Кинйә Арыҫланов тоҡомо менән бәйләнем. Ҡан менән булмаһа ла, йән менән улар туған. Бер ҡынға һалынған уҡтай берҙәм булығыҙ, бошоноп киткән халыҡтың күңелен күреп, батыр, тәүәккәл эштәр башҡарығыҙ, егеттәр!
Бер генә миҫал: үҙ-үҙенә ҡул һалып, Ал­лаһ мәңге ғәфү итмәҫ гонаһ күтәреп, әхирәткә күскәндәр күбәйгәс, Асҡар Исәт улы былай тигән: “Тағы ла ошондай үлем булһа, зыяраттан ситкә күмәбеҙ!” Һиҫкәнделәр, шөкөр, туҡтанылар, ти етәксе.

“Иртән тороп еркәйемә “бисмилла” әйтеп баҫам. Ҡулымдың усы менән өс рәт һыпы­рам, шунан битем, буй-тәнемде һыпырам. Ул бит туйындыра, ул бит донъя күрһәтә, ул бит барын да ҡуйынына ала”, – ти күпте күргән Миңниса инәй. Ер тураһында һөйлә­гәндә оло кешеләрҙең күҙҙәренә һәр саҡ йәш тула.
Егәрле, аҡыллы, яугир бейбисәләр ҡаны һеңгән ханым –“Йәнтөйәк” ансамбленең етәксеһе Мәрйәм Юлдыбаеваның моңло, сағыу тауышы әле лә ҡолаҡта сыңлағандай:

Көйөргәҙе буйын яңғыратып,

Берәй генә йырлап үтәйек.

Бик яратам тыуған яҡтарымды,

Йырламайса ни хәл итәйек?!
Юлай Ғәфүр улы Ваһапов менән осрашыу бик фәһемле булды. Башҡортостандың атҡаҙанған уйлап табыусыһы башҡорт халыҡ ижадын, бигерәк тә “Урал батыр” эпосын бик күптән өйрәнә. Уның “Урал батыр” ҡобайырында тәбиғәт” тигән китабы яңы фекер, ғилми концепциялар, күҙәтеүҙәр менән тулы, һәм был хеҙмәт күптән тейешенсә баһалауға лайыҡ.

Район тормошоноң ат башын тотоусы алсаҡ, киң йөрәкле Юлай Талха улы беҙҙе башҡорт йолаһы буйынса үрә тороп, билен быуып ҡаршыланы. Өләсәһенең йырын ишеттереүе менән башланған юлыбыҙ уң булды.
Читайте нас: