Йәмғиәт
29 Октября 2019, 12:00

Мәктәп уҡыусыларының туҡланыуын ата-әсәләр тикшерәсәк

Баш ҡалала мәктәптәрҙә уҡыусыларҙы ашатыуҙың сифатын күҙәтеү өсөн ҡала ата-әсәләр комитеты төҙөлдө.

Ufa.aif.ruUfa.aif.ru
Ufa.aif.ru
Баш ҡалала мәктәптәрҙә уҡыусыларҙы ашатыуҙың сифатын күҙәтеү өсөн ҡала ата-әсәләр комитеты төҙөлдө. Был турала Өфө ҡала хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Алина Сөләймәнова хәбәр итте.
Миниципалитеттар хәҙер мәктәпкә әленән-әле барып, ашханалағы туҡланыуҙың сифаты менән ҡыҙыҡһынып торған ата-әсәләр комитеты вәкилдәре менән бергә эшләйәсәк, тине ул.
Быға тиклем республика Башлығы мәктәптәрҙәге ашатыуҙың сифаты менән риза булмауын әйткәйне.
Читайте нас