Әлеге ваҡытта Башҡортостанда йәшәгән 1,2 миллион пенсионерҙың 143 меңе 80 йәште үткән, тип хәбәр иттеләр Пенсия фондының республика буйынса бүлексәһенән.
– Башҡортостанда оҙон ғүмерле 176 йөҙ йәшәр араһынан 82 пенсионер быйыл үҙенең бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне, — тип белдерҙе Рәсәй Пенсия фондының республика буйынса бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров. – Рәсәй Пенсия фонды ололар өсөн илдең мөһим дәүләт институттарының береһе булып тора, уларҙы төрлө пенсия һәм социаль түләүҙәр менән тәьмин итә.
Быйыл республикала пенсиялар һәм айлыҡ аҡсалата түләүҙәр өсөн сығымдар 169 миллиард һум тәшкил итте. 80 йәше тулған пенсионерҙар ҙурыраҡ пенсия алыу хоҡуғына эйә. Һикһән йәштән һуң 5 334,19 һум күләмендәге ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһы, ике тапҡырға артып, 10 668,38 һумға етә. Пенсияны ҡайтанан иҫәпләү өсөн Пенсия фонды идаралығына мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй, ул автоматик рәүештә башҡарыла.
“Росстат” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Рәсәйҙә йөҙ йәштән ашҡан кешеләр 2009 йылда 7 718 булһа, быйылғы йыл башына 20 582-гә еткән. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында оҙаҡ йәшәүселәр ирҙәргә ҡарағанда ике ярым тапҡырға күберәк. Сағыштырыу өсөн: Японияла йәше йөҙҙән уҙғандар 70 меңгә тула.
“Демография” милли проекты күрһәткестәренә ярашлы, 2024 йылға беҙҙең ил халҡының уртаса ғүмер оҙонлоғо 78 йәшкәсә артырға тейеш, ә былтырғы күрһәткестәр буйынса ул 72,9 тәшкил итә ине, һәм был илебеҙ өсөн тарихи ҡаҙаныш булып тора.