Йәмғиәт
28 Октябрь 2019, 20:37

Премьер-министрҙы 6,5 йылға ултырттылар

Был тотонолған аҡса сит ил граждандары өсөн махсус ҡабул итеү учреждениеһы бинаһын реконструкциялау өсөн бүленгән булған.

Фото: zakonguru.comФото: zakonguru.com
Фото: zakonguru.com
Мәскәү ҡалаһының Лефортов суды Дағстандың элекке премьер-министры Абдулсамад Гамидовты 6,5 йылға иркенән мәхрүм итте.
Ул 41 миллион һумды тәләфләүҙә ғәйепләнә ине. Шулай уҡ уның урынбаҫары Раюдин Юсуфовты 5,5 йылға ултыртырға тигән ҡарар сығарылды.
Был – ҙур тикшереүҙең әлегә бер эпизоды буйынса ғына сығарылған хөкөм. Дағстан элитаһы буйынса тикшереүҙәр дауам итә, башҡа эштәр судҡа барып етмәгән.
Был тотонолған аҡса сит ил граждандары өсөн махсус ҡабул итеү учреждениеһы бинаһын реконструкциялау өсөн бүленгән булған.
Читайте нас