Тауыҡтың түш ите – 350 грамм
Цукини (ҡабаҡтың бер төрө) – 150 грамм
Ҡыҙыл татлы борос – 100 грамм
Тоҙ, борос, тәмләткестәр кәрәк.
Башта цукиниҙы, һуғанды шаҡмаҡлап турайбыҙ. Ваҡ итеп туралған тауыҡтың түш итен өҫтәйбеҙ. Йомортҡа һалабыҙ. Ҡырғыс аша сырҙы үткәреп ҡушабыҙ. Тоҙ, борос, тәмләткестәр һалып бутайбыҙ.
Майланған формаға әҙер ризыҡты һалабыҙ. Ҡырылған сырҙы өҫтөнә һибәбеҙ. Мейескә 180 градусҡа 30 минутҡа ҡуябыҙ. Ярты сәғәт бешкәндән һуң, ҡалған ҡырылған сырҙы һибеп, тағы ла 10 минутҡа ҡуйып алабыҙ.
Тауыҡтан запеканка әҙер. Ашығыҙ тәмле булһын.