Башҡортостан парламенты депутаттары пенсия алды йәшендәге, әммә эшкә һәләтһеҙ булған һәм шуға ла туғандарынан, элекке тормош иптәшенән алиментҡа мохтаж кешеләрҙең хоҡуғы тураһында закон ҡабул итте.
Элек пенсия йәшенә еткән кешеләрҙең генә бындай хоҡуғы бар ине. Хәҙер закон проекты ҡатын-ҡыҙҙарға — 55, ир-егеттәргә 60 йәштән шундай хоҡуҡ бирә.
Республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, закон пенсия йәшен арттырыуға бәйле ҡабул ителгән һәм пенсия алды йәшендәгеләрҙең социаль мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн әҙерләнгән.
– Хеҙмәт пенсияһына сығыуҙың яңы тәртибе алимент алыусыларҙың хоҡуғын сикләргә тейеш түгел. Улар, ҡағиҙә булараҡ, йәше, һаулыҡ торошо буйынса махсус яҡлауға мохтаж. Күптәре өсөн алимент йәшәү өсөн берҙән-бер сығанаҡ булып тора, – ти парламент етәксеһе.
Ҡоролтай спикеры яңы закондың киң даирә кешеләрҙең мәнфәғәттәренә ҡағылыуын билдәләне. Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, ата-әсәләр үҙҙәренең эшкә һәләтһеҙ, ярҙамға мохтаж бәлиғ булған балаларын тәрбиәләргә һәм, киреһенсә, эшкә һәләтле бәлиғ булған балалар үҙҙәренең хеҙмәткә яраҡһыҙ, ярҙамға мохтаж ата-әсәһен ҡарарға һәм улар хаҡында хәстәрлек күрергә тейеш. Эшкә һәләтһеҙ, ярҙамға мохтаж бәлиғ булған ағай-апайҙар, олатай-өләсәйҙәр һәм ейәндәр, ғәмәлдә тәрбиәсе вазифаһын үтәгән башҡа кешеләр, үгәй ата-әсә алимент алырға хоҡуҡлы. Ғаилә тарҡалғанға тиклем йәки ғаилә тарҡалғандан һуң бер йыл эсендә хеҙмәткә яраҡһыҙ тип танылған тормош иптәшенең дә алиментҡа хоҡуғы бар.