Был ҡот осҡос һүҙҙәрҙе 37 йәшлек Артем Мазовтың атаһы әйткән. Ул да полиция һәм ирекмәндәр менән бергә улын һәм ике ейәнен эҙләүҙә ҡатнаша.
Билдәле булыуынса, улар 26 октябрҙә уҡ ғәйеп була. Ир ҡатыны менән талашҡандан һуң биш һәм һигеҙ йәшлек малайҙарын ала ла машинаға ултырып сығып китә. Ҡайһы бер матбуғат саралары хәбәр итеүенсә, ҡатын иренә хыянат итеүе тураһында һөйләгән. Һуңыраҡ автомобилде урманда, Максимовка ауылы янында табалар. Уның эсендә ир ҙә, балалар ҙа булмай сыға.
Автомобиль табылған урындан йыраҡ түгел генә Ҡариҙел йылғаһы аға, шулай уҡ унда күл дә бар икән. Әле һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, йылғаның ярында өрөп тултыра торған матрас табылған. Ул – Артемдыҡы, тиҙәр. Шулай уҡ ирҙең үҙе менән бауы ла булған.
Әле ирекмәндәр халыҡтан эхолот һорай. Был ҡорамал ярҙамында улар йылға һәм күл буйы төбөн тикшермәксе.
...Ә бына Артемдың атаһы иң ҡурҡыныс яңылыҡҡа әҙер һәм эҙләгән саҡта “минең улым был донъяла юҡ” тип әйткән. Шулай ҙа әлегә улар тере килеш тә, үлгән килеш тә табылмаған. Тимәк, өмөт бар. Яҡшыға ышанайыҡ...