Йәмғиәт
29 Октября 2019, 17:39

Зәңгәр күҙле малай һәләк булған ерҙә…

"Беҙҙең Егор үҙ ғүмере менән күп йәндәрҙе аяғандыр тип ышанабыҙ”, – тип күҙ йәштәре аша яҙа туғандары.

Фото: ok.ruФото: ok.ru
Фото: ok.ru
Ишембай ҡалаһында төпһөҙ зәңгәр күҙле Егор Харыкин тапалған урында юл аша йәйәүлеләр өсөн үткәүел яһағандар.
Фажиғә үткән йома Машиналар эшләүселәр урамында була. Водителдең һүҙҙәренсә, ун йәшлек бала ярамаған урындан көтмәгәндә йүгереп сыға.
“Кисә Машина эшләүселәр менән Некрасов урамы киҫелешендә үткәүелдәр яһап ҡуйҙылар. Бында инде берәү ҙә һәләк булмаҫ, беҙҙең Егор үҙ ғүмере менән күп йәндәрҙе аяғандыр тип ышанабыҙ”, – тип күҙ йәштәре аша яҙа туғандары социаль селтәрҙәрҙә. Эйе, быға бик тә ышанғы килә…
Читайте нас