Өфөлә маршрут автобустары водителдәрен махсус мобиль төркөмдәр тикшерәсәк.
Был төркөмгә йәмәғәт эшмәкәрҙәре, профилле ведомство хеҙмәткәрҙәре һәм журналистар инәсәк. Улар автобус йөрөтөүсенең юлда телефондан һөйләшеү-һөйләшмәүен, пассажирҙар менән мөғәмәләһен, ғөмүмән, транспорттағы тәртипте күҙәтәсәк.
Был тәҡдимде ҡала хакимиәтендә үткән кәңәшмәлә ЮХХДИ начальнигы Динар Ғилметдиновтың сығышынан һуң вице-мэр Салауат Хөсәйенов индерҙе.
Баш автоинспектор белдереүенсә, йәмәғәт транспорты ҡатнашлығындағы аварияларҙың артыуы водителдәрҙең транспорт йөрөтөү культураһы булмауға, сифатһыҙ медицина тикшереүенә бәйле, автобус паркы яңыртыла, ә хеҙмәтләндереү кимәле түбән килеш ҡала. Шулай уҡ дөйөм аварияларҙың 90 проценты Өфөгә тура килә, ти ул.
«Водителдәр телефонға ныҡ әүрәй, был үҙ сиратында аварияға, пассажирҙарҙың йығылыуына, имгәнеүенә килтерә. Шуныһы: күп автобустар эстән дә, тыштан да бысраҡ», - тине үҙ сығышында Динар Ғилметдинов.