Йәмғиәт
30 Октябрь 2019, 17:20

Башын унитазға тыҡҡандар...

Рәмил Шәмсетдиновҡа офицер иҙәнде ҡырып йыуырға ҡушҡан. Унан, насар йыйыштырыуҙа ғәйепләп...

Фото: tengrinews.kzФото: tengrinews.kz
Фото: tengrinews.kz
Байкал аръяғы крайында һигеҙ хеҙмәттәшен атҡан Рәмил Шәмсетдинов хаҡында бәхәс тынмай. Берәүҙәр часта "бабайлыҡ" һәм егеткә ҡарата көс ҡулланыу булмаған тип бара. Имеш, ҡарауыл составындағы һалдат менән бер офицер араһында үҙ-ара бәхәс килеп тыуған.
Төбәктең "Һалдат әсәләре комитеты" Валентина Мордова белдереүенсә, офицер егеткә устав уҡырға, иҙәнде ҡырып йыуырға ҡушҡан. Бынан һуң өлкән лейтенант уны насар йыйыштырыуҙа ғәйепләп, башы менән унитазға тыға башлай. Егеттең ҡаршылашыуы офицерға оҡшамай һәм башҡаларға уны "тәрбиәләргә" ҡуша.
"Һуңынан (ҡарауыл алмашынғанда) егет, түҙемлеген юғалтып, үҙен мыҫҡыл иткәндәргә ата башлай. Командирҙар иһә уставҡа тап килмәгән тәртипһеҙлектәр булыуы менән килешкән", – тип билдәләй Мордова. Башҡа һалдаттар ҙа часта рядовойҙы мәсхәрә итеүҙәрен таныған.


Әйткәндәй, егет ҡылғанына үкенмәүен белдергән. Дуҫтары Рәмилдең атаһына 220 мең һум аҡса, Интернет-петиция уны азат итеүҙәрен талап итеп 12 меңдән ашыу имза йыйған.
Читайте нас