Ауыл кешеләре йәшел йылан ҡорбаны булмаһын өсөн бында байтаҡ ҡына эштәр башҡарылды ла инде. Йыл әйләнәһенә төрлө кәңәшмәләр, саралар, осрашыуҙар ойошторолдо. Ауылдың бөтә йәмәғәт ойошмалары ла – ветерандар, ҡатын-ҡыҙҙар советтары, аҡһаҡалдар ҡоро, ҡоролтай был изге ғәмәлдә бик әүҙем ҡатнаша.
Айырыуса ауыл Советы, мәктәп коллективы, имам-хатип маҡсатлы эш алып бара. 24 октябрҙә башланғысты артабан йәнләндереү ниәтендә сираттағы “Айыҡлыҡ үҙәге" ултырышы ойошторолдо.