Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы студенттары уҡыу йорто директоры Наталья Ваһапованың ишектән сығыу юлын ҡамап алған. Шундай юл менән улар математика уҡытыусыһы, директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Әлиә Әсмәндийәрованы эштән ебәреү менән риза булмауын белдергән.
Яратҡан уҡытыусыларының эштән китеүе тураһындағы хәбәрҙе ишеткән йәштәр, директор кабинеты янында йыйылып, был хәлдең сәбәбен асыҡларға теләгән. Әммә ”Беҙ Әлиә Әхмәт ҡыҙының эштән китеүенә юл ҡуймаясаҡбыҙ”, - тип тауыш күтәреүҙәренә яуап булмаған. Директор студенттар менән һөйләшергә теләмәгән.
Студенттарҙың фекеренсә, Әсмәндийәрованы эштән сығарыу 7 октябрҙә урманда 17 йәшлек үҫмерҙең кәүҙәһе табылыу менән бәйле. Үлем сәбәбе – елем еҫкәү менән ағыуланыу.
- Бөтә бәләне беҙҙең тәрбиәсегә япһарҙылар ҙа ҡуйҙылар. Уны статья буйынса эштән алалар, был –дөрөҫ түгел,- ти колледжда уҡыусылар. - Ә ул һәр ваҡыт беҙгә ярҙам итте, яҡланы.
Был сетерекле хәл нисек тамамланыр – әлегә билдәһеҙ.