Йәмғиәт
30 Октября 2019, 17:56

Исҡужа – бар нәмәгә ул хужа

Исҡужа – Йылайыр районында иң матур ауылдарҙың береһе. Ул Ташлытау битләүенең көнбайыш итәгендә “ғ” хәрефе кеүек урынлашҡан. Үҙенә күрә хикмәте лә бар, сөнки Ялан Йылайыры йылғаһы таулы-урманлы Ҡарағас һыртынан, көнсығыштан көнбайышҡа ҡарай Кәне, Ирләнтәй ятыуҙарын, Шарылдауыҡты, Зыя кисеүен үтеп, Исҡужаның бер урамынан һуң, һул яҡҡа ҡырҡа боролоп, көньяҡҡа ҡарай талғын ғына ағып үҙ юлын дауам итә.

Бәләкәй генә башҡорт ауылының ил тарихы үҫешенә йоғонтоһо ҙур.


Исҡужа – Йылайыр районында иң матур ауылдарҙың береһе. Ул Ташлытау битләүенең көнбайыш итәгендә “ғ” хәрефе кеүек урынлашҡан. Үҙенә күрә хикмәте лә бар, сөнки Ялан Йылайыры йылғаһы таулы-урманлы Ҡарағас һыртынан, көнсығыштан көнбайышҡа ҡарай Кәне, Ирләнтәй ятыуҙарын, Шарылдауыҡты, Зыя кисеүен үтеп, Исҡужаның бер урамынан һуң, һул яҡҡа ҡырҡа боролоп, көньяҡҡа ҡарай талғын ғына ағып үҙ юлын дауам итә.


Күптәр яу яланында ҡалған...


Әйтерһең дә, анауындай бейек тауҙар араһынан ҡыҫылып, шарлауыҡтарҙы ашҡы­нып үтеп, киң туғайҙарға сыҡҡас, иркен тын алып, елкенгән күңелен бер аҙ бушатҡандай алға ғорур ҡарап атлай. Шуныһы ла мөғжизә: йылға, иркенлеккә сыҡҡас, яңынан көс бирәм, шифа булһын тигәндәй, уң яҡтан Илембәт тауҙарын ярып, уға Ирәнеш йылғаһы ҡушы­ла. Ул да тау йылғаһы булараҡ, көслө ағым­лы, тау-таштар араһынан сыҡҡанға күрә, һыуы ла таҙа.


Ауылдың түбәнге осонан ғына Магнитогорск – Ира трассаһы үтә. Был да ауыл хал­ҡының йәшәйешенә уңайлыҡ тыуҙыра. Бына ошо тәбиғәттең бик хозур мөйөшөндә урынлашҡан бәләкәй генә башҡорт ауылы ил тарихына тәьҫир итмәй ҡалмаған. Бәлки, кешеләр һанына ҡарап сағыштырып ҡара­ғанда, ҙурыраҡ та өлөшө барҙыр. Быға миҫал булып Исҡужа ауылынан бик күп ир-егеттәр Беренсе донъя һуғышына киткән, һәм күптәре яу яландарында башын һалған.


Әйткәндәремде иҫбатлап, тарихсы Фуат Сөләймәнов, Йәлил һәм Хәлил Һөйөндөков­тарҙың китаптарынан өҙөк килтереү бер ҙә артыҡ булмаҫ. VII рәүиз ҡағыҙҙарына ҡара­ғанда, ошо изге яуҙа ауылдың яугирҙәре – Мөхәмәтйән Һөйөндөков, Ибраһим Өмө­та­нов, Күҫәп Елғошов, Йәрмөхәмәт Бикҡошов, Сәйфулла Иштанов, Ҡорманай Йәнсурин, Ишкилде Мәскәүев, Бикмөхәмәт Бикәбитов батырҙарса һәләк булған.


Ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн зауряд хорунжий Ирназар Дәүләтсуринға “Изге Георгий” ордены тапшырылған, ул ваҡытта уға ни бары 30 йәш кенә булған. Тағы ла ул “1812 йылғы һуғыш иҫтәлегенә” һәм “1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән. Мөхәмәтвә­лей Һөйөндөковҡа ла ошо ике награда бирелгән.


Ауылда һуңғы тархан булып XVIII быуат аҙаҡтарында Йәнгилде Бөтөков һәм старшина ярҙамсыһы Фәйзулла Әбйәлилев йәшәгән. Был нәҫел ауылда ҡалмаған. Бе­рен­сенән, элек фамилияларҙы ҡартатаһы исеменә күсереү ғәҙәтен тотҡандар. Икен­сенән, аслыҡ йылдарында күптәр ялан яҡтарына күсеп китеп төпләнгән.


Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән ил һаҡларға был бәләкәй генә ауылдан бик күп ир-егет киткән, күптәренә тыуған яҡта­рына ҡайтыу бәхете тәтемәгән. Төрлө наг­радаға лайыҡ булыусылар араһында Ғаяс тигән батыр ҙа бар. Гвардия сержанты Ғаяс Аҡтаев үҙенең миномет расчеты менән дошмандың бик күп ут нөктәһен һәм фашис­ты юҡ иткән. Яҡшы иҫләйем, киң яурынлы, тәбәнәк буйлы был ағайҙың күкрәген орден-миҙалдар биҙәй торғайны. Ул үҙе бик үткер булған, русса һәйбәт белгән, институт бөтмәһә лә, үтә белемле ир-уҙаман ине. Уның менән һөйләшеү, яҡын күреп “ҡустым” тип итәғәтле өндәшеүе күңелгә май шикелле ятһа, икенсе яҡтан, уның тормошҡа киң ҡарашы уҡымышлы кеше икәнен күрһәтә.


Ауылыбыҙҙың тағы бер аҡһаҡалы Айса Яманғолов та һуғышта ҡатнашҡан. Улай ғы­на ла түгел, башынан аҙағына тиклем ҡан-ҡойоштоң уртаһында ҡайнаған. Дошман самолеттары ташлаған листовкаларҙы йыйып яндырырға ла тура килгән уға. Хатта һуғыштан биҙгән яҡташын, үҙенең үтенеп һорауы буйынса дезертирлыҡта ғәйепләп, Магаданға алтын ҡаҙыу эшенә ебәреүгә лә өлгәшкән. Ул ағай бик күп йылдар үткәс Ай­са олатайға ысын күңелдән рәхмәттәр әйт­кән, тик үҙенә еткерергә өлгөрә алмаған. Ай­са олатай бик күп йылдар ауыл советы рәйесе, колхоз рәйесе булып эшләгән. Быға уның сәйәси йәһәттән көслө ихтыярлы, ҡыйыу һәм тура һүҙле булыуы ярҙам иткәндер.


Исҡужаның тағы бер арҙаҡлы уҙаманы Хәмзә Юлгилдинды ла телгә алмаһам, яҙмам тулы булмаҫ кеүек тойола, уның рухы һуҡраныр һымаҡ. Хәмзә ағай үҙе лә һуғышҡа китә, атаһы Ханнан олатайҙы ла фронтҡа оҙаталар, һәм ул шунда һәләк була. Хәмзә иһә һуғышта элемтәсе, разведчик булып хеҙмәт итеп, бик күп орден-миҙалдарға ла­йыҡ булып, тыуған ауылына ҡайта. Һуғыштан һуңғы аслыҡты һәм емереклектәрҙе бөтөрөү өсөн үҙен йәлләмәй. Көслө ихтыярлы фронтовик тәүҙә – бригадир, ауыл советы секретары, аҙаҡтан колхоз рәйесе вазифаһында ла эшләй. Ул ауылда ғына түгел, районда ла оло ихтирамға лайыҡ шәхес ине.


Ете һаны – мөғжизәле


Ауылыбыҙҙан тәүге осоусы Зәйнулла ағай Һөйөндөковты мин генә түгел, башҡалар ҙа айырыуса һағынып иҫкә ала. Ул 1923 йылда яҡты донъяға килгән, Ялан Йылайыры йылғаһы һыуын эсеп үҫкән. Юлдыбай ауылында VIII класты тамамлап, мәктәптә уҡытыусы булып эшләргә лә өлгөрә. Мөғәллим булыу теләге егетте Темәс педагогия училищеһына килтерә. Бында уға Башҡортостандың яҡты киләсәгендә ҙур роль уйнаған шәхестәр Зекериә Аҡназаров, Сәғит Ишбирҙин, Хөрмәтулла Хәсәнов, Сәйфулла Һамарбаевтар менән бергә уҡырға тура килә. Һуғыш башланғас, атаһы Хәкимйән олатай менән бер үк осорҙа тигәндәй, Ҡыҙыл Армия сафына алына. Хәкимйән олатай Сталинградты оборона­лауҙа ҡатнаша һәм батырҙарса һәләк була, ә Зәйнулла ағай осоусы һөнәрен алыу өсөн авиамәктәптә уҡый, уға кесе лейтенант дәрәжәһе бирелә. Яуҙа ҡатнашып, 22 йәшлек ҡуш йөрәкле егет тыуған ауылына ҡайта. Зәйнулла ағай кеше менән йомшаҡ итеп һөйләшер ине. Һәр саҡ көләс йөҙлө булып хәтерҙә ҡалған, ә маңлайындағы яра эҙе бер батырлыҡ билдәһе ине. Ул үҙе оҙон, һомғол кәүҙәле булды.


Ауылдаштарым яу яландарында үҙҙәрен аяманы, илем, халҡым, ауылым тип ҡорбан булды, уларҙың улдары, ҡыҙҙары, ейәндәре иһә Совет иле осоронда һуғыштың михнәт­тәренән иҫән ҡалып, аслыҡ-емереклекте еңеп сыҡты. Унан инде бер аҙ тын алғас, тормоштоң, йәшәйештең юғары ҡатламына күтәрелеү өсөн, техникумдарға, юғары уҡыу йорттарына уҡырға барырға йөрьәт итте. Һәм уларҙы ысын мәғәнәһендә ауылымдың “тәүге ҡарлуғастары” тип һанайым. Был фекер менән ауылдаштарым да ризалыр тигән изге ниәттә ҡалам. Шуға ла тәүге етәүһен генә һанап сикләнәм, сөнки ете – айырым сихри көскә эйә булған мөғжизәле һан.


Әле телгә алған Зәйнулла ағай Һөйөн­дөков ауылыбыҙҙың тәүге хәрби осоусыһы ғына түгел, ә Исҡужа ауылынан юғары белем алған тәүге ир-уҙаман да. Мәктәптә уҡы­тыусы булып эшләгән осорҙа, грек философы Сократ әйткәнсә, “Үҙемдең бер нимә лә белмәгәнемде беләм” тигән фекерҙе үҙенә девиз итеп алып, Башҡорт дәүләт университетына ситтән тороп уҡырға инә. Шулай итеп, ул тағы ла ауылдаштарына дөрөҫ юл күрһәтә.


Ул үҙе генә белем эстәмәй, ә үкһеҙ етем ҡалып, Юлдыбай балалар йортонда тәрбиә­ләнеп, X класты тамамлаған кесе һеңлеһе Раузаны ла уҡырға өгөтләй. Зирәк ҡыҙыҡай 1956 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә. 1959 йылда институтты уңышлы тамамлап, хирург һөнәрен ала һәм йәш белгесте йүнәлтмә нигеҙендә Ҡаҙағстанға эшкә ебәрәләр. Рауза апай дауаханала хирург та, акушер-гинеколог та, ҡан ҡойоу бүлеге мөдире лә була, баш табип вазифаһында ла үҙен һынатмай. Рауза Хәкимйән ҡыҙына Украина дауаханаларында ла тир түгергә тура килә. Шулай ҙа уны һәр башҡорт кешеһенә хас булған тыуған яҡты һөйөү хисе кире Башҡортос­танына тарта. Һәм ул 1970 йылдарҙа Бөрө ҡалаһына ғаиләһе менән күсеп килеп, яратҡан һөнәре буйынса эшен дауам итә. Бик күп Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ була. ”Башҡортостандың атҡаҙанған табибы” тигән маҡтаулы исем бирелә, республикала оло ихтирамға лайыҡ ил инәһе ул.


Ауылыбыҙҙан өсөнсө булып юғары уҡыу йортона барырға баҙнат иткән Мөслимә Абдуллина ла атаһы Хөсәйен олатайҙы, ағаһы Зиннурҙы һуғышҡа оҙата. Хөсәйен олатай ҡартатайым Усмандың кинйә ҡустыһы була. Улар икеһе лә яу яландарында баштарын һала. Оҙаҡламай әсәһе лә мәрхүмә була. Мөслимә апайҙы ҡустыһы Нурфәйез ағай менән Юлдыбайға балалар йортона тапшыралар. Шунда урта белем ала һәм Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Был хәл 1957 йылда була һәм 1962 йылда диплом ала. Кейәүгә сыға, еҙнәйебеҙ, Бөрйән районы егете Мостафа Йомағужин биология факультетын тамамлай, ул да Сермән балалар йортонда тәрбиәләнгән. Улар юллама буйынса Ҡырмыҫҡалы районына эшкә бара, биш йылдан һуң кире Өфөгә килеп төпләнә. Еҙнәйебеҙ фәнни эш менән шөғөлләнә, ә апайыбыҙға өс бала менән мәктәптә эшләүе ауырлашҡас, балалар баҡсаһына эшкә күсә һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы шунда эшләй. Мөслимә апайымдың ап-аҡ һылыу йөҙө, шундай баҫалҡы, сабыр булыуы, тормошто фәлсәфәүи күҙлектән ҡарап ҡабул итеүе әле лә мине хайран ҡалдыра.


Дүртенсе булып Өфө тарафтарына юл алған – Мәхмүтйән ағай Абдуллин. Ул да ике йәшендә атайҙан ҡалып, нужа ҡаласын бик күп кимергәс, Юлдыбай балалар йортонда тәрбиәләнеп, колхозда төрлө эшкә күмелә, Йылайырҙа ветеринарҙар курсын тамамлап, ветфельдшер булып тәжрибә туплағас, Мөслимә апайыбыҙҙың саҡырыуы буйынса, тип әйтһәк тә хата булмаҫ, юғары белем алыу теләге менән Башҡортостан ауыл хужалығы институтының зоотехния бү­легенә уҡырға инә һәм, уны ҡыҙыл дип­ломға бөтөп, “Башҡорт” совхозында баш зоо­техник булып эш башлай. Аҙаҡ хаҡлы ялға сыҡҡансы “Юлдыбай” совхозында баш зоотехник, шул уҡ ваҡытта директор урынбаҫары вазифаһын һөйрәй. Бик күп маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ була, сөнки “Юлдыбай” совхозы малсылыҡ тармағы буйынса, бигерәк тә һыйыр малын үрсетеү, һимертеү буйынса республика күләмендә алдынғылар рәтенә баҫа. Бында Мәхмүтйән Абдуллиндың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.


Бишенсе булып 1959 йылда яңы ғына әрме сафынан ҡайтҡан Шамил Һөйөндөков Башҡорт дәүләт университетына, филология факультетына уҡырға инеп, туғандарын, яҡындарын ҡыуандыра. Шамил ағай – ауылдың абруйлы аҡһаҡалы, һуғыш ветераны, тирә-яҡҡа даны сыҡҡан дин әһеле Фазылйән Һөйөндөковтың баш балаһы. Ул юғары белем алғас, күп йылдар Хәйбулла районында уҡытыусы, мәктәп директоры булып эшләп, ир уртаһына етте, тыуған яғына ҡайтып, Ҡашҡар урта мәктәбендә директор булып эшләне, шул ауылда йорт һалып нигеҙләнде. Уның эшләү дәүере, педагогик алымы күптәр өсөн өлгө булып тора.


Алтынсы булып ағайым Рамаҙан Аб­дуллинға 1961 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтының механизация факультетына инеү бәхете тейә. Ул ваҡытта Совет хөкүмәтенең “юғары уҡыу йорттарына инергә теләгән һалдаттарҙы әрме сафынан иртәрәк ҡайтарырға” тигән бик тә урынлы ҡарары бар ине. Бына шул указға ярашлы, уға өс ай алдан ҡайтып, юлайҡан Өфөлә имтихан тапшырырға мөмкинлек тыуа. Һөҙөмтәлә ул инженер-механик һөнәрен ала, һәр ҡайҙа ла үҙен техник яҡтан белемле етәксе итеп күрһәтә.


Етенсе әрме сафында үҙ бурысын на­мыҫлы үтәп ҡайтҡан Кинйәғәле Яманғолов булыр. Ул үҙен ауыл хужалығына бағыш­ларға ниәтләй һәм Башҡортостан ауыл хужалығы институтының зоотехния бүлеген һайлай.


Юғарыла һанап киткән ағайҙар, апайҙар – бөтәһе лә ҡәһәрле һуғыштың ауырлыҡта­рын үҙ елкәләрендә татып, улай ғына ла түгел, тормоштоң әсе һурпаһын эсеп, аслы-туҡлы, ярым-яланғас үҫкән быуын кешеләре. Уның ҡарауы, йәшәүгә ҙур өмөт бағлау һө­ҙөм­тәһендә, үҙҙәренең тырышлығы, ныҡыш­маллығы менән йәндәрен генә һаҡлап ҡал­маған, ә юғары белем алыуға өлгәшкән. Үҙҙәренең интеллект кимәлен күтәреп, киләсәк быуын өсөн фәһемле миҫал күр­һәттеләр. Шуның өсөндөр ҙә инде Исҡужа ауылынан бихисап йәштәр Башҡортостаны­быҙҙың төрлө уҡыу йорттарында белем алды һәм төрлө тармаҡта фиҙакәр хеҙмәт итә. Әле лә һынатмайҙар. Ауылыбыҙ бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, унан сыҡҡан уҡы­мыш­лы белгестәребеҙ бихисап. Мәҫәлән, Фа­зылйән Һөйөндөковтың ғаиләһенән ете бала юғары белем алды. Улар төрлө тармаҡтарҙа, тәжрибәле белгестәр булараҡ, уңышлы эшләй. Фазылйән ағай менән Сабира апай балаларын тәрбиәләүгә ҙур көс һалды.


Һүҙемде тамамлап, шуны әйткем килә. Бай тарихлы Исҡужа ауылы үҙенең эшлекле, татыу халҡы менән киләсәктә юғарыраҡ үрҙәр яулар әле. Ауылыбыҙ тағы ла матурланыр, халҡы етеш тормошта йәшәр.


Сибай ҡалаһы.
Читайте нас