8 ноябрҙә Өфөләге “Территория 3000” бизнес-үҙәгендә (Менделеев урамы, 134/7-се йорт, 3-сө ҡат) Башҡортостандың 100 йыллығына арналған I Республика фотоконкурсының иң яҡшы эштәренән торған күргәҙмә асыла.
Конкурс Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы тарафынан быйыл 1 июлдән 1 сентябргә тиклем үткәрелде. Баһалама комиссияһы 524 эш араһынан 13 еңеүсене һайлап алды. Уларҙың исемдәре фотокүргәҙмәне асыу тантанаһында әйтеләсәк. Еңеүселәргә дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ.
Күргәҙмәлә төбәктең тәбиғи күп төрлөлөгөн, республиканың тарихи, мәҙәни мираҫын, халыҡ йолаларын сағылдырған 40-лап һүрәт тәҡдим ителә.
Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың иң кесеһенә – биш, иң өлкәненә – 70 йәш. Фотокүргәҙмә декабрь уртаһына тиклем эшләйәсәк. Сара 8 ноябрҙә көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана. Унда теләге булған һәр кем килә ала.