Кешеләргә нимә булған, аптырарһың: йә көсөктәрҙе үлтерәләр, йә бесәй балаларын урманға ҡалдырып китәләр.
Күптән түгел иһә тағы ла шул Стәрлетамаҡ ҡалаһында тиреһе һыҙырылған ҡомаҡты тапҡандар.
Ысынлап та, тере көйөнсә мәхлүктең тиреһен һыҙырып алғандар. Ҡомаҡтың ниндәй ғәйебе булғандыр…
Был яуызлыҡты кем башҡарғаны әлегә билдәле түгел. Әммә, кем генә эшләмәһен, язаһын күрер моғайын.