Йәмғиәт
30 Октября 2019, 14:53

Һәләтһеҙ балалар булмай

Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы базаһында ниндәй фестиваль үтте?

Фотолар Мәғариф министрлығы сайтынан.Фотолар Мәғариф министрлығы сайтынан.
Фотолар Мәғариф министрлығы сайтынан.
28–29 октябрҙә Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы базаһында Башҡортостан ойошторолоуҙың 100 йыллығына арналған, республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан ойошторолған дәүләт коррекцион мәктәптәре һәм мәктәп- интернаттары уҡыусылары өсөн Республика мәҙәни-спорт фестивале үтте.


Сарала республиканың дөйөм белем биреү коррекцион учреждениеларында белем алған 12 йәштән 15 йәшкәсә төрлө бәйгеләрҙә һәм ижади конкурстарҙа еңеүселәр, шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән 138 бала ҡатнашты.


Сараның кульминацияһы булып Өфө яғыулыҡ-энергетика коледжында үткән Гала-концертты атарға була. Бында ике көн рәттән барған бәйгегә йомғаҡ яһалды, фестиваль жюриһы төрлө номинацияларҙа еңеүселәрҙе билдәләне, һәр ҡатнашыусы ҡиммәтле бүләккә һәм дипломға лайыҡ булды.
Читайте нас