Үкенескә ҡаршы, арабыҙҙа шешәне балаһынан яҡыныраҡ күргән атай-әсәйҙәр ҙә юҡ түгел шул.
Ҡариҙелдә ундай ғаиләләр даими күҙәтеү аҫтында тора. Ошо көндәрҙә райондың Магинск һәм Ҡараяр ауылы биләмәләрендә тикшереү үтте.
Рейд барышында ун ғаиләнең йәшәү шарттары ҡаралды, әңгәмәләр үткәрелде. Һөҙөмтәләр буйынса биш протокол төҙөлдө, иҫерек бер әсәй район үҙәк дауаханаһының наркология бүлегенә оҙатылды.
Бындай сараларҙың маҡсаты имен булмаған ғаиләләрҙе асыҡлау ғына түгел, ә уларға ярҙам итеү, дауалау, артабан яҙмыштарын тикшереп тороу.
"Әлбиттә, бынан һуң ҡайһыларында хәл үҙгәрә, икенселәрендә юҡ. Шулай ҙа рейдтар, дауалауҙар башлыса үҙ һөҙөмтәһен бирә. Күптәрҙең араҡы менән дуҫлығын өҙөүе, балаларын ҡарай башлауы ҡыуандыра", – ти инспекторҙар.