Йәмғиәт
30 Октября 2019, 09:15

"Орнаментум"ды уҡый башлаясаҡбыҙ

Республика кәсепселәренең эшмәкәрлегенә, халыҡ кәсептәрен һаҡлауға, уларҙы үҫтереүгә арналған журнал сыға башлаясаҡ.

Олег Яровиков фотоһы.Олег Яровиков фотоһы.
Олег Яровиков фотоһы.
Өфөлә республика оҫталарының, кәсепселәренең эшмәкәрлегенә, халыҡ кәсептәрен һаҡлауға, уларҙы үҫтереүгә арналған "Орнаментум" журналы сыға башлаясаҡ.


Һөнәрселек – халҡыбыҙҙың борондан килгән матур мираҫы. Яңы баҫманың һәм “Орнамент” ойошмаһының маҡсаты – һөнәрселәрҙең ғаилә династияһы традицияларын тергеҙеү, йәштәргә халҡыбыҙҙың сығанаҡтары тураһында белем биреү, кеше хеҙмәтенә ихтирам тәрбиәләү.


"Орнамент" ойошмаһы вебинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре, маркетинг, брендты һаҡлау буйынса семинарҙар үткәреүҙә, һөнәрселәрҙең күргәҙмәләрен ойоштороуҙа, уларҙың фестивалдәрҙә ҡатнашыуын тәьмин итеүҙә ярҙам итеүҙе планлаштыра.


– "Орнаментум" журналын нәшер итеү идеяһы күптән бар ине. Баҫма, был өлкәлә мәғлүмәт биреү менән бергә, ҡыҙыҡлы ла, файҙалы ла буласаҡ, - ти журналды ойоштороусылар.
Читайте нас