Йәмғиәт
30 Октября 2019, 12:17

Пассажир автобусы ауған

Был хәл бөгөн Өфөлә булған.

Республика ЮХХДИ-һының матбуғат хеҙмәтенән.Республика ЮХХДИ-һының матбуғат хеҙмәтенән.
Республика ЮХХДИ-һының матбуғат хеҙмәтенән.
Был хәл бөгөн Өфөлә булған.


Баш ҡаланың Октябрь проспектында пассажирҙар менән маршрут автобусы ауған. Был хәлгә шаһиттар уны тиҙ генә урынына ҡуйырға ярҙам иткән.


Республиканың ЮХХДИ-һы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, авария мәлендә салонда биш кеше булған. Алдан күҙаллауҙарынса, “Фиат Дукато” маркалы автобус Черниковка микрорайонынан “Телеүҙәк” туҡталышы яғына китеп барған һәм ҡапыл уның юлын “Лада Гранта” автомобиле ҡыйған. Ошо бәрелеш һөҙөмтәһендә “Фиат Дукато” юл ситенә ауған.


Юл-транспорт ваҡиғаһы урынына полиция хеҙмәткәрҙәре һәм медиктар килгән. 34 йәшлек ҡатынды һәм 19 йәшлек егетте табиптар тикшерә.
Читайте нас