Йәмғиәт
30 Октября 2019, 18:29

Пистолет менән янай ҙа ҡаса

Бындай хәлдәр кинола ғына була торған кеүек, әммә һуңғы ваҡыт тормошта ла йыш күҙәтелә.

Фото: pbs.twimg.comФото: pbs.twimg.com
Фото: pbs.twimg.com
Бындай хәлдәр кинола ғына була торған кеүек, әммә һуңғы ваҡыт тормошта ла йыш күҙәтелә.
Өфө супермаркеттарының береһендә 36 йәшлек ир бер нисә төргәк сыр ала ла, аҡса түләмәй, һыҙыу яғын ҡарай. Магазин хеҙмәткәре булып эшләүсе ҡатын быны күреп ҡалып, уғрыны туҡтатырға уйлай.
Уҫал ниәтле кеше уға пистолетҡа оҡшаған әйбер менән янап ҡурҡыта ла ғәйеп була.

Видеокамераларҙы ҡарағас, полиция хеҙмәткәрҙәре быға тиклем дә хөкөм ителгән уғрыны таныйҙар. Теге предмет уйынсыҡ пистолет булып сыға.
“Талау” статьяһы буйынса, ғәйепләнеүсене йәнә 10 йылға төрмәгә ултыртыуҙары ихтимал.
Читайте нас