Ир ҡатынына һалынған язаны йомшартыу өсөн полиция хеҙмәткәренә ришүәт бирмәксе була. Һөҙөмтәлә ул хәлде тағы ла ҡатмарлаштыра.
29 йәшлек ир Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлек начальнигы урынбаҫарына 20 мең һумлыҡ аҡсалата “ярҙам күрһәтеп”, ҡатынына һалынған штрафты кәметмәксе була. Ә ҡатыны нимәлә ғәйепләнәме? Асыҡланыуынса, ул Талбазылағы ҡойоп һатыла торған эсемлектәр менән сауҙа иткән магазинда киске 23.00 сәғәттән һуң бәлиғ булмаған үҫмергә алкоголь һатҡан.
Был хәл буйынса административ протокол төҙөлгән. Ә хәҙер, ришүәт бирергә маташыу осрағы өҫтәлеп, эш тағы ла ҡатмарлашҡан.
Иргә ҡарата енәйәт эше асылған.