Ауылда уңған булмай хәлең юҡ. Ҡояш елкәңә төшкәнсе йоҡлап ятһаң, баҡсаңды сүп-сар, күңелеңде төшөнкөлөк баҫыр.
Нуриман районының Яңы Күл ауылында йәшәгән Бикбаевтар ғаиләһе тиктормаҫ, бал ҡортондай егәрле, көндө төнгә ялғап йәшәүсе тынғы белмәҫ заттарҙан. Ҡалалағы рәхәт тормошто ташлап, һин дә мин эшләп йөрөгән ғаиләнең ауылға күсеп ҡайтыуы күптәргә ғәжәп тә тойолғандыр.
– Иптәшем Ғәтиәт тә Нуриманға ҡайтырға риза булды. Теләгән әмәлен эҙләр, теләмәгән сәбәбен эҙләр, тигәндәй, тоттом да китапханасылар техникумына уҡырға индем. Китап ғилеме мәңгелек, ул туҙмай ҙа, юҡҡа ла сыҡмай, кешеләргә аң, иман, матурлыҡ таратыусы булараҡ, быуаттар буйы йәшәгән.
Бына 11 йыл инде Яңы Күл ауылының моделле китапханаһында эшемде бик яратып башҡарам. Ауыл халҡының 65 проценты – минең уҡыусыларым, уҡыу, белем ҡәҙерен белеүсе, китап йәнле дуҫтарым. Беҙҙең ауыл ҙур ғына ул, 1800 кеше йәшәй, – тип Гөлсирә Фәнүр ҡыҙы яратҡан эше хаҡында бәйән итте.
Дыуамаллығы менән тарихта ҡалған 90-сы йылдарҙа бер кемгә лә тормош еңел бирелмәй. Ауылда иң беренсе булып баҡса еләге үҫтереүгә тотонған ҡатындың, бынан йәм, тәм табыуҙан тыш, табыш та алып ҡыуаныуына ышаныусылар аҙ була, әлбиттә. Иглин питомнигынан төрлө сортлы еләктәр алып ултыртып ҡарайҙар, әрһеҙерәк, сыҙамлыраҡ “великан” сортына туҡталалар.
– Йәй уңайлы, йылы килгән йылдарҙа уңыш ныҡ яҡшы булды, – ти һәүәҫкәр баҡсасы, – алтмышар биҙрә еләк йыйып алған мәлдәр бар ине.
Быйыл еләк урыны-урыны менән генә булды, ҡырау һуҡты бит. Шулай ҙа күңелде төшөрмәйбеҙ, ҡайнатма әҙерләнек, еләклекте эшкәртәбеҙ, тәрбиәләйбеҙ. Киләһе йыл уңышы бөгөн һалына. Бикбаевтарҙың сүп әҫәре күренмәгән етмеш сутый ерҙе биләгән сөгөлдөр, һуған, һарымһаҡ, еләк плантацияларын урап сыҡтыҡ.
– Шул хәтлем ерҙе нисек эшкәртеп өлгөрәһегеҙ, Гөлсирә? – тип аптырайбыҙ.
– IХ класты тамамлаған Айҙар – уң ҡулыбыҙ. Өлкән улымдың мәшәҡәттәре әле байтаҡ, яңыраҡ биология фәндәре буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлап, беҙҙе ҡыуандырҙы. Фәндәр академияһы институтында хеҙмәт итә. Ҡыҙым Гөлнур Башҡортостан дәүләт аграр университетында магистратурала уҡыу менән бергә лаборант та булып эшләй. Киләсәген ул да ағаһы кеүек фәнгә арнарға уйлай. Яңы Күлгә йыш ҡайтып, беҙгә ярҙамлашырға ла өлгөрә.
Үҙебеҙҙең донъя мәшәҡәттәренә генә күмелеп йәшәмәйбеҙ, туған-ырыу, дуҫ-иш менән аралашырға ла ваҡыт табабыҙ. Бына бөгөн иптәшем Ғәтиәт туғандарына өй һалышырға ярҙамға китте. Һуғыш ветераны ҡайным да олоғайҙы, 92 йәштә. Уға ла күҙ-ҡолаҡ, ярҙамсы булыу кәрәк. Хәйер, уның ошо йәштә лә һалҡын һыу менән ҡойоноп, сәләмәт тормошҡа ылығып йәшәүе – беҙҙең өсөн һәйбәт үрнәк.
Бикбаевтарҙың хеҙмәте бушҡа китмәгән. Ергә һөйөү, кеше тормошоноң толҡаһы булған тырышлыҡ һөҙөмтәһендә генә бейеклектәргә өлгәшеү мөмкинлеген балаларына ла һеңдерә алыуҙары менән улар бәхетле. Бары кинйәләре генә яҙмышын ер, үҫемлекселек менән бәйләргә иҫәбе юҡ, мотлаҡ фармацевт булам, кешеләргә шифалы дауа өләшәсәкмен, тип хыяллана. Бикбаевтарҙың һәр береһе үҙенә һуҡмаҡ ярырға өйрәнгән инде, кинйәләре лә булдырыр.