Нуриман районында була был хәл. Яңы Күл ауылы урамдары буйлап эшһеҙ йөрөгән, иҫерткес эсемлектәр ҡулланғандан һуң "батырайып" алған 24 йәшлек егет, бер шәхси йорт алдында "КамАЗ" йөк автомобилен күреп ҡала.
Йәйәү йөрөргә яратмаған, күрәһең, был егет, тиҙ арала хужаһыҙ һәм иң мөһиме, асҡыслы машинаға "ҡунаҡлай" ҙа, елдәй елдереп Өфө - Иглин – Ҡыҙылъяр автомобиль юлы буйлап һыпырта. Машина хужаһы ла асҡысын нишләп ҡалдырғандыр инде, аңлашылмай, бикле булһа, бәлки, бындай мажараға ла тарымаҫ ине. Уғры егет ҡыуып алып киткән машинала 40 километр самаһы үтеп өлгөрә, бер аҙҙан артынан ҡыуа төшкән еңел автомобилде күреп ҡала. Ә руль артында 42 йәшлек йөк автомобиле хужаһы була.
Уғры егеткә кеше машинаһында оҙаҡ ваҡыт елдерергә насип булмай, уны тимер юлындағы шлагбаум ғына туҡтата ала. Туҡмалыуҙан ҡурҡыпмы, ул машинанан һикереп төшә лә тиҙерәк ҡасыу яғын ҡарай. Әммә яҡындағы станцияла уғрыны полиция хеҙмәткәрҙәре ҡулға ала.
Әле был ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылып, уның сәбәптәре асыҡлана. Ярай әле, был мажара, бәхеткә күрә, фажиғәһеҙ тамамлана.