Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Октябрь 2019, 02:29

Өйөнән "аҡ үлем" һатҡан

Интернет селтәре аша наркотик матдәләр йәшерелгән урындарҙың адресын алып...

Фото: 24kovrov.ru
Фото: 24kovrov.ru
Өфөлә Киров районы суды 34 йәшлек ирҙе Рәсәй Енәйәт кодексының “алдан һөйләшеү буйынса психитроп матдәләрҙе ҙур күләмдә һатыу” статьяһы буйынса ғәйепле тип тапты һәм уны ете йылға ҡаты режимлы төрмәгә ултыртыу тураһында ҡарар сығарҙы.
Иргә интернет селтәре аша наркотик матдәләр йәшерелгән урындарҙың адресын хәбәр иткәндәр. Ул иһә “аҡ үлем”де барып алып, өйөндә төрөп, һатып ятҡан. Оператив-эҙәрлекләү барышында үлем һатыусы ҡулға алына. Ул судта ғәйебен тулыһынса таный.
Читайте нас