Өфөлә тағы кеше юғалды... 31 йәшлек Вадим Әсәҙуллин ул көндә ҡыҙын гимнастика күнекмәләренән алырға тейеш була. Ҡатыны әйтеүенсә, дүшәмбенән алып иренән бер хәбәр ҙә юҡ.
“Лиза Алерт” ирекмәндәре һәм полиция егетте эҙләй. Ул көндә Вадим эшкә барып етмәгән, өйҙә лә күренмәгән. Бөтә дауаханаларға, туғандарға хәбәр ителгән. Әйтеүҙәренсә, уның эскелек менән проблемаһы булмаған. Ғөмүмән, бығаса ундай хәл күҙәтелмәгән.
”Өйҙә ыҙғыш та, бәхәс тә булманы, ҡыҙым атаһын илай-илай таптыра”, – ти ҡатыны.
Һеҙ ҙә эҙләүгә ҡушыла алаһығыҙ. Әгәр ҙә уны күргән булһағыҙ, 8-800-700-54-52 телефонына шылтыратығыҙ.