Йәмғиәт
30 Октября 2019, 18:16

ЮХХДИ идаралығында – яңы етәксе

Республиканың дәүләт инспекцияһында ниндәй үҙгәрештәр бар?

Фото ЮХХДИ матбуғат хеҙмәтенән.Фото ЮХХДИ матбуғат хеҙмәтенән.
Фото ЮХХДИ матбуғат хеҙмәтенән.
Республиканың дәүләт инспекцияһында үҙгәрештәр булды.
Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан буйынса эске эштәр министры бойороғо менән ЮХХДИ идаралығының юл-патруль хеҙмәте бүлеге начальнигы вазифаһына 39 йәшлек Илдар Мунзаров тәғәйенләнде.
"Башҡортостан юлдарында граждандар хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә һеҙҙең һөнәри оҫталығыҙға һәм ныҡышмал булыуығыҙға ышаныс белдерәм", – тип уңыштар теләне ЮХХДИ идаралығы начальнигы Динар Ғилметдинов.
Илдар Нәҡип улы сығышы менән Шишмә районынан. Эске эштәр органдарында 2002 йылдан эшләй.
Читайте нас