Тарифтар 2020 йылдың икенсе ярты йыллығында индексацияланасаҡ. Татарстанда, мәҫәлән, ул уртаса дүрт процентҡа артасаҡ. Коммуналь хеҙмәттәр өсөн тарифтар Чечен Республикаһында (6,5 процентҡа), Ҡабарҙы-Балкар (5,4 процент), Дағстан (5,2 процент) һәм Ингушетияла (5,1 процент) айырыуса артасаҡ.
Шул уҡ ваҡытта Ненец автономиялы округында тарифтар – 2,4, Мурманск өлкәһе һәм Пермь крайында өсәр процентҡа ғына күтәрелер тип көтөлә.