Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Октябрь 2019, 18:20

Бөгөн йылмайыу көнө, йылмаяйыҡ, дуҫтар!

Белгестәр йылмайыу тураһында күп кенә ҡыҙыҡлы факттарҙы асыҡлаған. Улар...

Фото troyan95.biz
Фото troyan95.biz
Йылмайыу кәйефте күтәреп кенә ҡалмай, ә иммун системаһын да нығыта. Тағы йылмайыу “йоғошло” икән. Ғалимдар шулай ти. Йылмайған кешегә ҡара әле, һинең дә йылмайғың килер.


Белгестәр йылмайыу тураһында күп кенә ҡыҙыҡлы факттарҙы асыҡлаған. Ул:

- стрестан ҡотҡара (йылмайғанда эндорфин бүленә);

- бәхетлерәк итә;

- 53 мускулды эшләтә;

- тыумыштан бирелә (йәғни бәпес йылмая белеп тыуа);

- карьера өсөн уңайлы (йылмайған кеше һөйкөмлө күренә бит);

- йөҙҙөң иң күренгән торошо (йылмайған ауыҙ 100 метрҙан күренә);

- ҡатын-ҡыҙҙың иң яратҡан “шөғөлө”;

- йөҙҙө матурайта.


Йылмаяйыҡ, йәмәғәт, йылмаяйыҡ! Уның өсөн хаҡ һорамайҙар бит!
Читайте нас: