Йәмғиәт
30 Октября 2019, 19:59

Балаларына ҡул һалмаҫ...

“Эшкә килмәгәс, беҙ ныҡ аптыраныҡ, уға бындай ғәҙәт хас түгел", - ти Артем Мазовтың дуҫтары.

Фото: echomskufa.ruФото: echomskufa.ru
Фото: echomskufa.ru
Спортсы, технарь, өлгөлө ғаилә башлығы... Бынан бер нисә көн элек малайҙары менән ғәйеп булған Артем Мазов хаҡында шулай ти дуҫтары.
Уның үҙ балаларын үлтереү ихтималлығына ғаилә дуҫтарының береһе лә ышанмай.

“Ул быны эшләй алмай. Айырыуса балаларына ҡағылғанда: уларҙы шул тиклем ярата”, – ти улар.
Артем авиция техник университетын тамамлаған, һөнәре буйынса – инженер. Атаһының юлын һайлаған. Улар Моторҙар эшләү берекмәһендә бергә хеҙмәт иткән.

Иптәштәре Артемды үҙ эшенә яуаплы ҡарауын билдәләй.
“Эшкә килмәгәс, беҙ ныҡ аптыраныҡ, уға бындай ғәҙәт хас түгел. Һирәк ауырыны”, – тиҙәр.

Артем бәләкәйҙән волейбол менән шөғөлләнгән, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан, малайҙарын да спортҡа ылыҡтырған.
Күренеүенсә, дуҫтары Артемды тик ыңғай яҡтан ҡылыҡһырлай һәм уның ҡурҡыныс аҙымға бармаясағын билдәләй. Шулай була ғына күрһен.
Читайте нас