Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Октябрь 2019, 19:34

Был хәл ҡарауыл алдынан була

Байкал аръяғы крайында Рәмил Шәмсетдиновты ҡот осҡос аҙымға барырға мәжбүр иткән сәбәптәр көндән-көн нығыраҡ асыҡлана. Баҡтиһәң, “бабайҙар” егеттең өҫтөнә...

Фото: "Майор и Генерал"
Фото: "Майор и Генерал"
Байкал аръяғы крайында Рәмил Шәмсетдиновты ҡот осҡос аҙымға барырға мәжбүр иткән сәбәптәр көндән-көн нығыраҡ асыҡлана.


Тәртип һаҡлау органдары билдәләүенсә, һалдат командирының иҙән йыуырға ҡушыуын тыңламаған. Бынан һуң офицер уны тәрбиәләүҙе "бабайҙарға" ҡуша. Улары егетте башы менән унитазға тығып, өҫтөнә кесе хәжәтен үтәй. Был хәл ҡарауылға барыр алдынан була.


Әйткәндәй, Рәмил Шәмсетдинов бәләкәйҙән үҙен хеҙмәткә әҙерләгән, кадет класында белем алған, армияға теләп киткән. Егет һуңынан контракт буйынса ҡалып, аҡса эшләп, фатир алырға уйлаған.
Читайте нас