Йыл һайын Ҡазанда "Рәсәй халыҡтары милли байрамдары" фотоконкурсы уҙғарыла.
Унда Өфө фотографы Эдуард Дилмөхәмәтов инде икенсе йыл рәттән ҡатнаша һәм еңеү яулай. Әйткәндәй, Эдуард – беҙҙең элекке хеҙмәттәшебеҙ, уның үҙенсәлекле, сағыу фотолары “Башҡортостан” гәзите биттәрен даими йәмләне. Быйыл уның ҡойма ямғыр аҫтында “Милли кейем парады”нда ҡатнашыусылар төшөрөлгән фотоһы "Иң яҡшы һүрәт" номинацияһында еңеүсе тип табылған. Былтыр иһә ул "Портрет" номинацияһында Азамат Юлдашбаевтың Салауат мәмерйәһе алдында уйланып ултырған фотоһы менән уңышҡа өлгәшкәйне.
"Конкурсты ойоштороусыларға халыҡтар дуҫлығын нығытҡандары, фото жанрына иғтибары, фотографтарҙы дәртләндергәндәре, артабан ижад итеүгә ҡанатландырғандары, ышаныс өҫтәгәндәре өсөн ҙур рәхмәт! Мин дуҫлыҡ ҡалаһы Ҡазанға тағы ла киләсәкмен!" - ти Эдуард.
Эдуард, ҡотлайбыҙ! Артабан да ижад үрҙәренә ынтыл!