Рәсәй Эске эштәр министрлығының Яңауыл бүлексәһенә үҙәк район дауаханаһының "Ашығыс ярҙам" бүлегенән мөрәжәғәт итәләр. Зыян күреүсенең Туймазы районының Леонидовка ауылы кешеһе булыуы асыҡлана, уның эсе яраланған була.
Тикшереү-оператив төркөмө ваҡиға урынына йүнәлеп, урындағы предприятие хеҙмәткәрҙәре араһында килеп сыҡҡан ғауға сәбәптәрен асыҡлай. Төҙөүселәр йәшәгән вагонда 46 йәшлек ир зыян күреүсе менән һүҙгә килешә. Шаһиттар ҙа эргәлә була. Һүҙ менән тиргәш аҙаҡ ҡул һуғышына әүерелә башлағас, башҡалар уларға урамда аңлашырға тәҡдим итә.
Сығыр алдынан ғәйепләнеүсе ир ҡулына бысаҡ эләктереп ала. Һуңынан асыҡланыуынса, тап уның менән дәғүәсеһенә сәнсә. Ҡылған ҡылығы өсөн яуап бирәсәген аңлап, ул тиҙ генә "Ашығыс ярҙам" машинаһын саҡырта. Табиптар килеп еткәнсе теге ир хеҙмәттәштәре менән бергә яраланған иргә тәүге ярҙам күрһәтә.
Әле зыян күреүсе дауаханала. Ул үҙен яҡшы тоя, һаулығына бер ни ҙә янамай. Ғәйепләнеүсене ҡулға алғандар, енәйәт эше ҡуҙғатылған.