Ысын мосолман ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла изге Мәккәгә хаж ҡылырға тейеш тип һанала. Тик был өлкәлә алданыусылар һаны йылдан-йыл арта бара. Ҙур аҡсалар түләп тә, бара алмай ҡалғандар күп. Яңы закон мосолмандарҙың мәнфәғәтен яҡлау өсөн эшләнгән.
Бынан ары изге урындарға ғибәҙәт ҡылыусылар өсөн турҙар менән дини ойошмалар шөғөлләнәсәк. Сәйәхәттәрҙең был төрө “Рәсәйҙә туристик эшмәкәрлек нигеҙҙәре тураһындағы” закон йоғонтоһонан сығарылды. Был туралағы документ 1 ноябрҙән көсөнә инә.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, закон инаныусыларҙы алдаҡ сәйәхәттәр ойоштороусыларҙан һаҡларға тейеш.
– Мәккәгә барыу турының уртаса хаҡы 180 мең һум самаһы булыуын күҙ уңында тотҡанда, күп ғибәҙәт ҡылыусылар бының өсөн байтаҡ йылдар аҡса йыя, – тине Константин Толкачев. – Ҡиммәтле турҙар алдаҡсыларҙы йәлеп итә. Һуңғы ике йылда ғына республикала йәшәгән 140 самаһы мосолман алданған. Башҡа дин вәкилдәре лә үҙҙәренең изге урындарына ғибәҙәт ҡыла һәм намыҫһыҙ ойоштороусылар менән тап була.
Константин Борисович белдереүенсә, изге урындарға ғибәҙәт ҡылыусылар быға тиклемге кеүек үҙаллы ла сәйәхәт ҡыла ала.
– Үҙегеҙ генә барһағыҙ, сәйәхәтте үҙаллы ойоштора алаһығыҙ, тик коллектив тур һайлаһағыҙ, дини ойошмалар йәки был маҡсатта булдырылған ойошмалар аша эшләргә кәрәк, – тине ул.
Яңы законда изге урынға ғибәҙәт ҡылыусының статусы бик аныҡ яҙылған.