Йәмғиәт
31 Октября 2019, 14:05

Игеҙәктәр менән ни булыр?

Игеҙәк малайҙар 24 йыл буйы төрмәлә ултырған атай менән Өфөгә ҡайтырмы, әллә уларҙы үҫтергән өләсәй менән Пермдә ҡалырмы? Пермь ҡалаһы суды сығарған ҡарар күптәрҙе аптырауға һала.

Фото: В курсе.руФото: В курсе.ру
Фото: В курсе.ру
Игеҙәк малайҙар 24 йыл буйы төрмәлә ултырған атай менән Өфөгә ҡайтырмы әллә уларҙы үҫтергән өләсәй менән Пермдә ҡалырмы? Пермь ҡалаһы суды сығарған ҡарар күптәрҙе аптырауға һала.


Игеҙәк малайҙарҙы тыуғандан алып өләсәһе үҫтергән. Малайҙарҙың әсәһе ике йыл элек 29 йәшендә генә вафат булып ҡала. Атай тип иҫәпләнгән кеше ғүмеренең күп өлөшөн төрмәлә үткәргән: уны көсләү, наркотик һатыу, талау өсөн хөкөм иткәндәр.


Һәм бына суд малайҙарҙы тәрбиәгә атай кешегә биреү тураһында ҡарар сығара. Өләсәй Екатерина Ж. аптырап аппеляцияға биргән, әгәр уның ялыуын кире ҡаҡһалар, малайҙарҙы аталары Өфөгә йәшәргә алып китәсәк.


Ҡатындың фекеренсә, иргә балалары бары аҡса өсөн генә кәрәк: ҡараусыһын юғалтыу буйынса пособие, ҡулланылмаған әсәлек капиталы… Етмәһә, ирҙең ярты миллионға яҡын алимент бурысы йыйылған.


- Ҡыҙым тере саҡта: «Әсәй, минең менән берәй хәл булһа, балаларҙы уға бирмә, үҙең ҡара», - тип әйткәйне тип илай 64 йәшлек ҡатын.


Ҡыҙының һис тә бәхете булмаған шул… Ренат менән Алена өс йыл никахта була. Игеҙәк малайҙар донъяға килеп, бер аҙ йәшәгәс, пар айырылышырға ҡарар итә, сөнки ир бер ерҙә лә эшләмәй, ғаиләһен ҡарамай. Күп тә үтмәй ул рәшәткә артына эләгә.


Ҡатын икенсегә ғаилә ҡороп ҡарай, тик уның менән дә бәхет тапмай. Ир көнсөл булып сыға, сираттағы янъял ваҡытында Алена урында вафат була. Шулай итеп, малайҙар тулыһынса өләсәй ҡарамағында ҡала.


«Ошо ҡулдарым менән үҫтергән балаларҙы йәлләйем, 24 йыл буйы төрмәлә ултырған, бала тип иҫе китмәгән кешелә ниндәй өмөт…» - тип өҙгөләнә хәҙер өләсәй.
Читайте нас